Все новости
Хаттар
27 Марта 2018, 12:42

“ЙӨҘ ЙӘШЕҢӘ – ЙӨҘ ЕҢЕҮ”

Күптән түгел Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназия-интернатында Республиканың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналып йәрминкә ойошторолдо. Унда уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, өләсәйҙәр бик теләп ҡатнашты.

Күптән түгел Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназия-интернатында Республиканың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналып йәрминкә ойошторолдо. Унда уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, өләсәйҙәр бик теләп ҡатнашты.

Был көндө “Йөҙ йәшеңә - йөҙ еңеү” тип аталған күргәҙмә лә булды. Унда республикабыҙҙың юбилейына арналып, уҡыусыларҙың район һәм республика күләмендәге конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулаған грамоталары һалынғайны. Бындай грамоталар һанын тырышып 100-гә тултырырға уйлай уҡыусылар.

Бигерәк тә технология уҡытыусыһы Альбина Ҡобағошованың үҙенең уҡыусылары менән төрлө ҡул эштәре, сигеү, бәйләм эштәре менән биҙәп әҙерләгән бай күргәҙмәһе күҙгә салынды. Филиалыбыҙ булған “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, ата-әсәләре, тәрбиәләнеүселәре лә бик матур һәм бай күргәҙмә алып килгәйне.

Был сарала иң әүҙем булған өләсәй Миңнури Хәмитова менән әүҙем әсәй Гөлнара Вәлитоваға гимназия исеменән Рәхмәт хаты тапшырылһа, ә иң тырыш уҡыусылар Николай менән Дарья Пивоваровтар һәм Румиль менән Регина Байғотлиналар грамота менән бүләкләнде.

Ошо уҡ көндө йәрминкәгә килгән ауылдаштар өсөн мәктәп музейына сәйәхәт тә булды. Етмәһә, спортзалда төрлө ярыштар үтте, һәр теләгән кем бында үҙ көсөн һынап та ҡараны.

Ауыл халҡы был сараға бик теләп килде. Улар ошондай ҡыҙыҡлы ла, үрнәк тә алырлыҡ байрам ойошторғандары өсөн гимназия, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт әйттеләр. Күптәре белем усағына күптән килгәндәре булмаған, улар рәхәтләнеп уҡыу йорто буйлап сәйәхәт ҡылды. Артабан да ҡыҙыҡлы булған төрлө саралар үткәреүҙәрҙе һоранылар.

Люциә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,

Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернатының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Яңы Таймаҫ ауылы
Читайте нас: