Все новости
Хаттар
30 Марта 2018, 12:34

АПАЙЫМ – НЫҠЛЫ ТЕРӘГЕМ

Туғайҙағы сәскәләрҙең Ап-аҡтарын мин һайлайым. Сөнки улар күңелеңдеңСағылышы бит, апайым, -


Туғайҙағы сәскәләрҙең

Ап-аҡтарын мин һайлайым.

Сөнки улар күңелеңдең

Сағылышы бит, апайым, -

тип, йырҙа йырланғанса, минең дә оло йөрәкле, ярҙамсыл, кәңәшсе һәм һәр саҡ ҙур терәк булған Фәйрүзә апайым Камалова бар. Яҡын кешем беҙгә, кесе туғандарына, бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы кеше булып ҡала. Һәр саҡ үҙенең ярҙамынан, иғтибарынан ҡалдырмай. Үҙемде белгәндән алып Фәйрүзә апайым – бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаусы, маяҡ кеүек юлды яҡтыртып, алға әйҙәүсе, шатлыҡ-ҡыуаныстарымды уртаҡлашыусы яҡын кешем.

1972 йылда 8-се класты тамамлағас, мин Өфө полиграфия училищеһына уҡырға индем. Ул саҡта, бала сағынан уҡытыусы булырға хыялланған апайым Салауат педагогия колледжын тамамалап, БДУ-ның тарих факультетында уҡып йөрөй ине. Баш ҡалаға яңы уҡырға барған һылыуын үҙ ҡанаты аҫтына алды, гел ҡурсалап йөрөнө. Йыш ҡына мине йәшәгән ятағымдан килеп алып, киноға, концерттарға алып барыуы бөгөндәй хәтеремдә. Аҙаҡ, юлды өйрәнеп алғас, апайыма үҙем барып йөрөнөм. Һылыуым ас йөрөмәһен тигәндер инде, йыш ҡына саҡырып, сәй эсереп, 1 һум аҡса бирә торғайны (ул саҡта 1 һум аҡса күп ине). Ялға ауылға ҡайтһам, Илкәнәйҙә йәшәүсе әсәһе Мәғрифә инәйем ҡыҙына минең аша күстәнәс ебәрер булды. Мин шул күстәнәстәрҙе апайыма алып барып бирәм. Ул мине тәмлекәстәр менән сәй эсереп, тағы ла ҡулыма аҡса тоттора. Иҫләй китһәң, уның изгелектәре күп инде. Шулай оло йөрәкле ул минең Фәйрүзә апайым. Хәҙер үҙебеҙ өләсәй булһаҡ та, һаман да ауыр саҡта апайымдың ярҙамын тоям, йөрәккә май булып ятырлыҡ һүҙҙәре лә беҙгә йәшәү көсө бирә. Уның кәңәштәре, тормош тәжрибәһе — үҙе бер хазина.

Апайым еҙнәм Хәмит менән Илһам исемле ул һәм Гөлназ исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, әлеге көндә Шәбағыш ауылында матур итеп донъя көтәләр. Өләсәй һәм олатай булып ейәндәре, ейәнсәре менән һөйөнөп йәшәйҙәр. Оло тәжрибәле педагог, үҙ эшенең оҫтаһы булып апайым 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй. Балаларға белем биреү өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн апайыма “БР Мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем дә бирелде. Эшендә лә, шәхси тормошонда ла уңған, бар йәһәттән дә уңыш ҡаҙанған, ауылдаштары, уҡыусылары, коллегалары араһында абруй яулаған яҡын кешем күптән инде хаҡлы ялда. Бына шундай һоҡланғыс кеше минең апайым. Барыһы өсөн дә уға, рәхмәт, тием. Юбилейың менән ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем һиңә, Фәйрүзә апай! Артабан да нисек барһың, шулай булып ҡал!


Рәйфә БУРАНҒОЛОВА

Илкәнәй ауылы
Читайте нас: