Был башҡа һыйырлыҡ хәл түгел. Ә шулай ҙа туғандарым, ҡәҙерлеләрем, өмөтөбөҙ өҙөлмәһен әле. Бер ваҡыт ғәҙеллек булыр ул. Ҡырын эш 40 йылдан һуң да беленә, тиҙәр бит.
Бына 1917 йылда байҙарҙы раскулачивать итеп Себергә ебәргәндәр. Ә бына, кеше хаҡы менән байыған миллионерҙарҙы, миллиардерҙарҙы, Себергә ебәреп тормаҫтар, моғайын, улар тура тамуҡҡа эләгерҙәр. Бындай еңел юл менән генә байығандар беҙҙе кеше күрмәй, күрһәләр ҙә, бер нәмә лә эшләй алмай, тип уйлайҙар ҙа ул. Өҫтән, йыһандан, күреп торалар бит. Был уларға ла бер ваҡыт суд була тигәнде аңлата түгелме һуң? Элек, хатта, кеше хаҡы менән түгел, ә үҙ көсө менән байыған байҙарҙы Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Ә хәҙерге байҙар бер көн эсендә байый. Йыһан батшаһының суды ҡаты булыр. Сходтарҙа, йыйылыштарҙа, бер нәмә булһа, халыҡтың рөхсәте, халыҡтың ризалығы кәрәк, тиҙәр. Мәҫәлән, Ҡытай юлын төҙөргә ҡарар иткәндә, булған фермаларҙы талатҡан саҡта, халыҡтан рөхсәт һоранылармы һуң?! Аномаль хәл был, уның нигеҙе юҡ, был оҙаҡҡа бармаҫ, моғайын. Әлбиттә, был минең прогноз ғына, йыһан прогнозын берәү ҙә белмәй...
1985 йылда Холодный Ключ бүлексәһенең ике мал ҡараусыһы бер тоҡ мал аҙығы урлаған. Шуның өсөн улар йәйәүләп, 1 йыл буйы суд юлын тапанылар, сөнки ул ваҡытта машиналар юҡ ине. Ғәйепләнеләр. Ә бына 1991 йылда шундай ҙур ферманы пыран-заран килтерҙеләр. 70 йыл буйы торған ферма ине бит ул. 100 мең тонна тимерҙе һаттылар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, анауынсама тимерҙе бер кеше һатып, кеҫәһенә һалһын әле. Ҡарап-ҡарап ҡалабыҙ, тейәп-тейәп алып китәләр. Күмертауға ғына түгел, ҡайҙа ҡыйбатыраҡ шунда, Мәләүезгә тиклем алып барып һаталар. Ни эшләп туҡтатып, ҡайҙан алдың, ҡайҙа алып бараһың, ҡайҙа документың, тип һорамағандар икән, тип мин һаман уйлайым (үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, урланған әйбергә ниндәй документ булһын инде). Шул бер тоҡ мал аҙығы алып ҡайтҡан өсөн ғәйепләгән судъялар, прокурорҙар, милиция начальниктары ул ваҡытта ла үҙ урындарында ултырҙылар ҙа инде. Улар ҡайҙа ҡарағандар икән? Әллә тимер һатып, аҡсаларын судъяларға бирҙеләрме икән? Улай тиһәң, бер судъяның да 100-әр миллионға, тракторҙар, машиналар алғаны күренмәй бер ҙә. Ана, Америка космонавтарының аңын сит планета кешеләре блокировать иткәндәр икән, тиҙәр. Нимә күргәнен дә һөйләй алмайҙар, хатта гипноз менән дә һөйләтә алмайҙар, тип яҙғандар. Мин әйтәм, әллә беҙҙең судья-прокурорҙарҙы, ГАИ хеҙмәткәрҙәренең аңын да сит планетаныҡылар блокировать иттеме икән?..