Все новости
Хаттар
3 Апреля 2018, 16:09

ҮҘҘӘРЕ ҮК КИЛГӘНДӘР

Үткән йомала Ермолаево дауаханаһы табиптары Тимербай ауылы халҡының һаулығын тикшерҙе.

Үткән йомала Ермолаево дауаханаһы табиптары Тимербай ауылы халҡының һаулығын тикшерҙе. Табиптарға күренергә бик күп кеше килгәйне. Был көндө 41 кеше күҙҙәрен тикшертте, 31 кеше ЛОР-ға ҡолаҡ-тамаҡтарын күрһәтте, 10 кеше хирург тикшереүе үтте. Акушер-гинекологҡа ла 25 кеше барҙы. Ә УЗИ табибы 32 ауылдашымдың һаулығына күҙ һалды. Табиптар барыһын да яҡшы итеп ҡарап, кәңәштәрен әйтте, дарыуҙар алып дауаланырға ҡуштылар, кемгәлер рентген үтергә тәҡдим ителде. Кемдәргәлер, артабан нығыраҡ тикшереү үткәреү өсөн, врачҡа ҡабаттан килергә ҡушылды. Бар халыҡ табиптарҙың шулай итеп ауылға уҡ килеп тикшергәндәре, ауыл халҡының һаулығын ҡайғыртҡандары өсөн ҡәнәғәтлек тойғоһо алып таралышты. Әтеү, берәй табипҡа күренәм тиһәң, бер нисә көн алдан яҙылырға, юлда яфа сигергә тура килә бит, ә бында үҙҙәре үк килгәндәр. Тимербай ауылы халҡы исеменән аҡ халатлы фәрештәләрҙең барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ.


Әлфирә БИКҠОЛОВА

Тимербай ауылы
Читайте нас: