Все новости
Хаттар
6 Апреля 2018, 14:02

ХАЛЫҠ ШАҒИРҘАРЫНА АРНАЛДЫ

Айсыуаҡ модель китапханаһында Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙенсәлекле сара ойошторолоп, үткәрелде.

Айсыуаҡ модель китапханаһында Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙенсәлекле сара ойошторолоп, үткәрелде.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжми менән Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғыр уҡыусылар конкурсы ине ул. Унда «Бәпембә» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.

Сара ҡурай моңон тыңлауҙан башланды. Китапханасы Екатерина Ниғәмәтова ике халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, уларҙың китаптарынан торған күргәҙмәгә күҙәтеү яһаны. Шунан һуң «Шәхес. Ижад. Хәтер» тигән видеоролик күрһәтелде.

Конкурс аҙағында шиғыр уҡыусылар дипломдар, тәмле приздар менән бүләкләнде.
Читайте нас: