Все новости
Хаттар
6 Апреля 2018, 13:47

ҺӘР КЕМ ЯУАПЛЫ

Күптән түгел Яңы Мораптал ауылындағы “Алһыу” балалар баҡсаһында ата-әсәләр йыйылышы үтте.

Күптән түгел Яңы Мораптал ауылындағы “Алһыу” балалар баҡсаһында ата-әсәләр йыйылышы үтте.

“Балаларҙы һаҡлайыҡ!” тип аталған сараны үҙенең сығышы менән баҡса мөдире Фәйрүзә Закирова башлап ебәрҙе.

- Кемеровала булған ҡурҡыныс хәлдәр бер ҡайҙа ла ҡабатланмаһын, һәр кем үҙ эш урынында яуаплы булырға тейеш. Балаларҙың именлеге, ғүмерҙәре өсөн беҙ яуаплы, - тине Фәйрүзә Карамат ҡыҙы. Артабан йыйылышты баҡсалағы тәрбиәселәр дауам итте. Улар үҙ йүнәлештәре буйынса ентекле һөйләне. Яҙ килеүе, һыу ташыуы, бигерәк тә йылға буйында йәшәүсе ғаиләләргә уяу булырға, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тигән һүҙҙәр яңғыраны. Ут сығыуҙан һаҡлау, юл ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу кеүек темалар ҙа ситтә ҡалманы. Ата-әсәләрҙе бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр менән таныштырҙыҡ, инструктаж таратылды. Аҙаҡ әүҙем ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Шулай уҡ “Алһыу”ҙа Ғаилә йылына арналып бик күп башҡа саралар, конкурстар ҙа үтте. Бигерәк тә “Әсәйемдең портреты”, “Атайымдың оҫта ҡулы”, “Минең ғаиләм” тип аталған фотоконкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаштылар.


Земфира ҒҮМӘРОВА,

“Алһыу” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Яңы Мораптал ауылы

Роза ХӘЙБУЛЛИНА фотоһы
Читайте нас: