Все новости
Хаттар
6 Апреля 2018, 14:30

ТАҒЫ БЕР ЙОЛАНЫ ЯҢЫРТТЫҠ

Боронғо ышаныуҙар нигеҙендә «Йәшәү көсө - йән башта һаҡлана» тигән ҡараш йәшәгән. Оҙон ҡыш үтеү менән малды ҡырға сығарыр алдынан баш итен бешереп күршеләрен, туғандарын саҡырыр булған халҡыбыҙ.

Боронғо ышаныуҙар нигеҙендә «Йәшәү көсө - йән башта һаҡлана» тигән ҡараш йәшәгән. Оҙон ҡыш үтеү менән малды ҡырға сығарыр алдынан баш итен бешереп күршеләрен, туғандарын саҡырыр булған халҡыбыҙ.

Беҙ ҙә, яҙҙы ҡаршылап, күрше Көйөргәҙе, Яҡшымбәт ауылдары ағинәйҙәрен саҡырып, уларға баш итен ашау йолаһын күрһәттек. Баш итенән бишбармаҡ ашап, һурпа эсте ҡунаҡтар. Улар ҡотлоюлдарға шундай изге теләктәр теләне:

– Тояҡлы малығыҙ ишле булһын.

– Күк үләнгә имен аяҡ баҫһындар, мал-тыуар теүәл генә йөрөһөн.

– Бер баш мал урынына, ике-өс баш тыуһын.

– Алдағы йылға тиклем теүәл булайыҡ.



Йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, йомаҡтар сисеп, бейеп күңел асып ултырыуы — үҙе бер ғүмер. Көйөргәҙе ағинәйҙәре лә буш ҡул менән килмәгән: күстәнәс, бүләктәр тотоп килгәндәр. Ата-олатайҙарҙан ҡалған ошо изге йоланы артабан да дауам итәйек, тигән уртаҡ теләккә килде ҡунаҡтарыбыҙ.


Зарима БОҪҠАНОВА,

ауыл клубы мөдире

Ҡотлоюл ауылы
Читайте нас: