Все новости
Хаттар
6 Апреля 2018, 14:35

ЯРҘАМЫҒЫҘ ТЕЙҘЕ

2017 йылдың ноябрь айында «Юшатыр» гәзите редакцияһына ярҙам һорап барғайным.

2017 йылдың ноябрь айында «Юшатыр» гәзите редакцияһына ярҙам һорап барғайным. Мин уларҙан балалар йортонда тәрбиәләнгән бер таныш ҡатындың туғандарын эҙләүҙә ярҙам итеүҙәрен үтендем. Редакция хеҙмәткәрҙәре үтенесемде иғтибар менән тыңлап, шунда уҡ «Вконтакте»лағы «Юшатыр» гәзите төркөмөнә: «Тутыя Ислам ҡыҙы Дауытованы, уның балаларын һәм туғандарын эҙләйем. Ул Күмертауға 1953 йылда Саҡмағоштан эшкә килгән булырға тейеш. Уны белеүселәр булһа, зинһар, шылтыратһындар», тигән иғлан ҡуйҙылар.

«Юшатыр» гәзитенең ошо иғланы аша таныш ҡатын үҙенең Ҡырымда йәшәгән 5 һеңлеһен, Салауат ҡалаһында йәшәгән ике туған апаһын тапты. Әлеге көндә ул Салауаттағы туғандары менән ҡатнашып йәшәй, ә Ҡырымда йәшәгән туғандары менән телефон аша аралаша, йәй көнө ул яҡтарға ҡунаҡҡа йыйына. Гәзит уҡыусылар менән ошо шатлыҡты уртаҡлашҡым килә, ә редакция хеҙмәткәрҙәренә минең үтенесемде кире ҡаҡмай, ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡандары һәм ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәт әйткем килә.


София УСМАНОВА

Абдул ауылы
Читайте нас: