Беҙҙең Кинйә-Абыҙ ауылында һатыусы булмау сәбәпле, магазин эшләүҙән күптән туҡтаны. Ауыл халҡы тауар артынан тирә-яҡ ауылдарҙағы магазиндарға йөрөргә мәжбүр булды. Свобода ауыл хакимиәте был мәсьәләне хәл итеү өсөн Түкән ауылында эшләүсе һатыусылар Азамат һәм Рима Дәминовтар ғаиләһенә мөрәжәғәт итте. Улар иһә, көнкүрешебеҙҙәге ауырлыҡты аңлап, үҙҙәренең машинаһында аҙыҡ-түлек, кәрәкле көнкүреш тауарҙары алып килеп, аҙнаһына 2-3 тапҡыр һатыу итергә ризалыҡтарын бирҙе.
Хәҙерге көндә был ғаилә Кинйә-Абыҙ ауылында сауҙа эшен бик яҡшы алып бара: ваҡытында килеп, барлыҡ заказдарыбыҙҙы ла үтәп, бик яҡшы һатыу итеп китәләр. Беҙ, Кинйә-Абыҙ ауылы халҡы, Азамат һәм Рима Дәминовтар ғаиләһенә бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.