Все новости
Хаттар
10 Апреля 2018, 17:10

СӘЛӘМӘТ БУЛАЙЫҠ!

Яҡут китапханаһында фельдшер Роза Әбйәлилова Сәләмәтлек көнөнә ойошторолған китаптар күргәҙмәһе менән китапханаға килгән халыҡты таныштырып үтте.

Яҡут китапханаһында фельдшер Роза Әбйәлилова Сәләмәтлек көнөнә ойошторолған китаптар күргәҙмәһе менән китапханаға килгән халыҡты таныштырып үтте. Күргәҙмә бик бай, йөкмәткеле, был заманда үҙеңде һәйбәт тойор өсөн ниндәй үләндәр ҡулланырға, файҙалы емештәр, йүтәл ауырыуҙарын нисек дауаларға

күп файҙалы кәңәштәр табырға була.Ә бына Ғаилә йылын да күҙ уңында тотоп, йәштәргә, яңы өйләнешкәндәргә файҙалы булған «Беҙ һәм беҙҙең ғаилә» тигән китапта үҙеңә кәрәк, сәләмәт тормош яҡлы төрлө һорауҙарға яуап табып була. Роза Әбйәлилова күп йылдар Яҡут ауылында фельдшер булып эшләй. Эше бик яуаплы — халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Уның кеүек кешене, үҙ эшенең оҫтаһы, тиҙәр. Беҙҙең ФАП-тан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Сәләмәтлек көнөндә лә һәр бер килгән кешегә айырым йылы һүҙ табып, һәр бер кешегә һаулыҡ теләп кенә ҡалманы фельдшерыбыҙ. Китапханаға ла кереп, «Сәләмәт йәшәү» тураһында әңгәмә ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ уға.


Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА,

китапханасы

Яҡут ауылы
Читайте нас: