Все новости
Хаттар
13 Апреля 2018, 17:25

ШӘХЕСТӘРЕБЕҘГӘ АРНАЛДЫ

2018 йылдың 11 апрелендә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Күренекле яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың, тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү һәм күп мәҙәниәтле мөхит булдырыу мәсьәләләре» тигән темаға республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Конференцияла яҙыусының ике туған һеңлеһе, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешева иҫтәлектәре менән бүлеште. РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы Ғәлиә Фәйзуллина Ишембай районы менән ҡалаһында күренекле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуын бәйән итте. Стәрлетамаҡтың Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусылары Жәлил Кейекбаев менән бәйле саралар тураһында һөйләп үтте. Ғафури районының Ҡаранйылға ауылындағы йорт-музей директоры Р. Ишмырҙина музей эшмәкәрлеге һәм проблемаларын әйтеп үтте. Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова күренекле шәхестәргә һәйкәлдәр асыу эшендә ниндәй ҡыйынлыҡтар булыуы хаҡында һөйләне, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата ҡалала булдырыласаҡ объекттар менән таныштырҙы. «Ашҡаҙар» гәзите баш мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова туған телебеҙҙе һаҡлау буйынса үҙен борсоған мәсьәләләр менән бүлеште.
Күмертауҙан был сарала РПЛИ тәрбиәләнеүсеһе Айгизә Боҫҡанова, Зәйнәб Биишеваның биографияһында быға тиклем билдәһеҙ булған мәғлүмәттәргә бәйләп, «Кәмһетелгәндәр» романында һәм яҙыусының тормошонда туғанлыҡ мөнәсәбәттәре» тигән доклад менән сығыш яһаны. Уның ғилми-тикшеренеү эше 2-се урынға лайыҡ булды.

Ләлә ИКБАЕВА,
РПЛИ тәрбиәсеһе
Күмертау ҡалаһы.

Читайте нас: