Все новости
Хаттар
17 Апреля 2018, 13:34

БЕР ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘРЕ ЕТӘ

Беҙгә, бер төркөм дауаланыусыларға, Күмертау ҡала дауаханаһының икенсе хирургия бүлегендә ятырға тура килде. Был бүлек 1952 йылда асылған, 1980 йылда хирургия бүлегендә 60 койка була

Беҙгә, бер төркөм дауаланыусыларға, Күмертау ҡала дауаханаһының икенсе хирургия бүлегендә ятырға тура килде. Был бүлек 1952 йылда асылған, 1980 йылда хирургия бүлегендә 60 койка була.

Хәҙерге ваҡытта бында икенсе категориялы табип Бахтавар Бабаев, юғары категориялы табип-уролог Фәнил Ҡантимеров, табип-отоларинголог Ришат Ниғмәтуллиндар эшләй. Уларҙың барыһы ла үҙ эштәренә намыҫ менән ҡарай. Шулай уҡ юғары категориялы шәфҡәт туташтары Резида Исламғолова, Райхана Аҙнабаева, Галина Овчарова, Елена Кичигина, Елена Уткина, Рәйфә Рәхимова, Гөлфинә Рәшитова, Елена Гаврилова дауаланыусыларға һәр саҡ яҡты йөҙ күрһәтеп, үҙҙәренең бар оҫталыҡтарын ҡулланып, ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышып хеҙмәт итә. Беҙгә, оло кешеләргә, уларҙың бер йылы һүҙҙәре етә. Физкабинетта эшләүсе шәфҡәт туташтары Нина Корчагина, Наталия Сацтың шулай уҡ үҙ һөнәрҙәрен яратып башҡарыуҙары ауырыуҙарға яҡшы мөнәсәбәттәренән үк беленеп тора. Беҙҙе тәмле-татлы ашатыусы Розалия Ишҡолова менән Эльвира Корчагинаға ла оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Хирургия бүлегендә һәр саҡ таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Санитаркалар Гөлшат Мамурова, Флизә Кашапова, Лилиә Ғәләүетдиноваларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре алдында баш эйәбеҙ.

Һеҙ кеше һаулығы өсөн ал-ял белмәй көрәшәһегеҙ. Барығыҙға ла рәхмәтлебеҙ. Эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын.


Дауаланыусылар исеменән:

Рәүзилә МӘЗИТОВА, Ялсыҡай ауылы,

Хәмит БӘШИРОВ, Яңы Мораптал ауылы,

Миңһылыу ӘЛИБАЕВА, Яңы Мораптал ауылы,

Гөлйөҙөм БҮЛӘКБАЕВА, Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: