Все новости
Хаттар
20 Апреля 2018, 13:20

РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ, КЕШЕЛӘР!

Улым Рәим Солтангәрәевтың ҡаты ауырыуға тарыуы, нисек итеп уға Мәскәүгә барып дауаланыу өсөн кешеләрҙең «Онлайн» аша аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙәре хаҡында «Юшатыр» гәзитендә 2016 йылдың 21 ғинуарында донъя күргән «Изгелек барҙа ир йәшәй» тигән мәҡәләмдә яҙғайным.

Улым Рәим Солтангәрәевтың ҡаты ауырыуға тарыуы, нисек итеп уға Мәскәүгә барып дауаланыу өсөн кешеләрҙең «Онлайн» аша аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙәре хаҡында «Юшатыр» гәзитендә 2016 йылдың 21 ғинуарында донъя күргән «Изгелек барҙа ир йәшәй» тигән мәҡәләмдә яҙғайным.

Эйе, ысынлап та, Рәим һауығып аяҡҡа баҫты. Тик… халыҡтың яҡшылығы, ярҙамы балама ике йыл ғына ғүмер өҫтәне. Аҙаҡҡы йылында III төркөм инвалидлыҡ биргәс, улым: «Эшләй торған группа, әнәй, мин эшкә сығам, арыным өйҙә ултырып», – тине. Ҡаршы төшмәнем. Мәләүез ҡалаһындағы «Динамика» автосалонына эшкә урынлашты, ҡанатланып эшләй башланы. Яңы машина ла алып ебәрҙек (үҙенеке алама ине).

Шатлығынан түбәһе күктә ине баламдың. Тик был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы. Теүәл бер ай йөрөнө машинаһында. Ауырыуы ҡабаттан үҙен белдерҙе. Юғары температура менән дауаханаға эләкте. Был юлы табиптар улымды ҡотҡарып ҡала алманы. Реанимацияға алып барабыҙ тигәс, улым: «Әнәй, унда күпме булырбыҙ икән?» – тип һорағас, мин: «Бер-ике көн булырбыҙ ул, тик ҡабаттан бында килергә кәрәк булыр», – тинем. «Улай булғас, телефонымды ал, ҡолаҡҡа кейә торған микрофонын да ҡалдырма», – тине. Лифт эргәһенә лә барып етә алманы Рәим. Ҡан һауған күҙҙәре менән мине эҙләй-эҙләй тапҡас, ҡулымды тотҡан килеш бер тултырып ҡараны ла мәңгегә күҙҙәрен йомдо. 2017 йылдың 23 апрелендә 29 йәшендә генә яҡты донъянан уҙҙы.

Рәимгә иҫән сағында дауаланырға аҡсалата ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә, миңә ауыр ваҡыттарымда һүҙ ярҙамы, тел ярҙамы күрһәткән яҡындарыма, дуҫтарыма, таныштарыма «Юшатыр» гәзите аша оло рәхмәттәремде еткерәһем килә. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә, ярлыҡай. Тик һеҙгә бала ҡайғылары ғына бирмәһен.

Мөнирә СОЛТАНГӘРӘЕВА

Маяҡ ауылы
Читайте нас: