Все новости
Хаттар
20 Апреля 2018, 12:58

«УТРАУҘАН» СЫҠТЫҠ

Йыл да яҙ етеп, ҡарҙар ирегән ваҡытта ауылыбыҙҙың күпере һыу уртаһында ҡалып, беҙ «утрауҙа» йәшәргә мәжбүрбеҙ.

Йыл да яҙ етеп, ҡарҙар ирегән ваҡытта ауылыбыҙҙың күпере һыу уртаһында ҡалып, беҙ «утрауҙа» йәшәргә мәжбүрбеҙ. Быйыл да Көйөргәҙе йылғаһы аша сыҡҡан баҫмабыҙҙы һыу баҫты. Йылғаны йырып, баҫманы ремонтлау өсөн техника менән ярҙам иткәндәре өсөн “Искра” ауыл хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафинға һәм бригадир Морат Ишмөхәмәтовҡа ҙур рәхмәт. Шулай уҡ ауылыбыҙ егеттәре лә дәррәү ярҙам итте. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигән кеүек, бергәләшеп был эште атҡарҙыҡ. Ситтә ҡалмай ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт.


Хәсән СӘҒИТОВ,

Урта Бабалар ауылы старостаһы.
Читайте нас: