Все новости
Хаттар
9 Июня 2018, 12:08

ЙОТА БЕЛЕРГӘ КӘРӘК

Был әҙәм балаһы ҡыҙыҡ икән ул. Донъяға тыуа ла мәңге йәшәрҙәй булып әллә ниҙәр ҡылана. Донъяның өс көнлөк кенә икәнен һис тә аңламай. Бына ғаиләләге ир менән ҡатын мәсьәләһен генә алып ҡарайыҡ.

Был әҙәм балаһы ҡыҙыҡ икән ул. Донъяға тыуа ла мәңге йәшәрҙәй булып әллә ниҙәр ҡылана. Донъяның өс көнлөк кенә икәнен һис тә аңламай. Бына ғаиләләге ир менән ҡатын мәсьәләһен генә алып ҡарайыҡ.

Хәҙер йәштәре лә, байтаҡ ҡына бергә йәшәргә өлгөргәндәре лә һис бер тартыныуһыҙ, оялыуһыҙ айырылышалар, балаларҙы тере етем итәләр. Бынан бер 40-50 йыл элек кенә ир менән ҡатындың айырылышыуы әхлаҡһыҙлыҡтың иң һуңғы сиге, иң ҙур оятһыҙлыҡ тип ҡабул ителә ине. Ундайҙарҙы халыҡ, дөрөҫөн әйткәндә, кешегә лә һанаманы. Шуға күрә айырылышыуҙар юҡ кимәлендә ине. Ә хәҙер иһә бер модаға әйләндереп алдылар. Ҡатындар ир ҡәҙерен, ирҙәр ҡатын ҡәҙерен белмәй. Беҙ үҫкәндә улай түгел ине. «Кейгән кейемен генә күрһәм дә, үҙен күргәндәй булам», - тип йырларҙар ине. Был кеше ҡәҙерен белеүҙе аңлата түгелме? Ә хәҙер сәскә кеүек ғүмерҙәрҙе бысраҡҡа һалып тапайҙар. Ниндәй бәғерһеҙлек! Яратып өйләнгәс, ғашиҡ булып тормошҡа сыҡҡас, ниңә яртыңдың кәмселектәренә лә түҙмәҫкә, уны нисек бар, шулай ҡабул итмәҫкә, шулай яратмаҫҡа? Идеаль кешеләр, аҡ атҡа атланған принцтар әкиәттәрҙә генә була бит ул. Минеңсә, сабырлыҡ, түҙемлек бәхетле итә ғаилә парҙарын. Бер-береңдең әйткәнен ҡабул итә, йота белергә кәрәк.

Гәзит-журналдарҙа Ғаилә йылы тип өлгөлө ғаиләләрҙе яҙыу менән мауығалар. Ә бына шул ғаиләләрҙең быға нисек ирешеүҙәре, ғөмүмән, ғаилә ныҡлығы хаҡында төбөнә төшөп, тоҙ ҡойоп яҙмайҙар. Шуны иҫәпкә алып яҙҙым да инде мин был хатты «Юшатыр»ға. Бәлки, башҡасараҡ уйлаусылар ҙа барҙыр. Әгәр шулай икән, рәхим итегеҙ, һеҙ ҙә яҙығыҙ үҙ фекерегеҙҙе гәзиткә.

Рәшит ХАНБӘКОВ. Холодный Ключ ауылы


Читайте нас: