Все новости
Хаттар
4 Сентября 2018, 11:27

ЙЫШЫРАҠ ОСРАШАЙЫҠ

Ғүмер тигәнең һиҙелмәй ҙә үтә икән. Бергә уҡыған ҡайһы бер иптәштәрҙе күрмәгәнгә 50 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Беҙ 2-се Кинйәабыҙ (хәҙер Кинйә), Яҡуп ауылдары малайҙары һәм ҡыҙҙары бер класта уҡыныҡ, 5-7-се кластарҙы бергә тамамланыҡ. Кемдер башҡа урынға уҡырға китте, кемдер тыуған ауылында ҡалды.

Ғүмер тигәнең һиҙелмәй ҙә үтә икән. Бергә уҡыған ҡайһы бер иптәштәрҙе күрмәгәнгә 50 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Беҙ 2-се Кинйәабыҙ (хәҙер Кинйә), Яҡуп ауылдары малайҙары һәм ҡыҙҙары бер класта уҡыныҡ, 5-7-се кластарҙы бергә тамамланыҡ. Кемдер башҡа урынға уҡырға китте, кемдер тыуған ауылында ҡалды.


Яңыраҡ Кинйә менән элекке 1-се Кинйәабыҙ (Туғай Кинйәһе) ауылы урынында башҡорт халҡының милли батыры Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 295 йыл тулыуға арналған сара һәм «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Унда бергә уҡыған дүрт иптәшем менән осрашыу бәхете яҙҙы. Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан, Туғай Кинйәһендә тыуып үҫкән атаҡлы хирург Мансур Хәлилов, агроном Марат Хәлилов, Яҡуптан шағир Кинйәғәли Абдуллин һәм мин уйламағанда-көтмәгәндә осраштыҡ.

Заманында Туғай Кинйәһе менән Яҡуп бер колхозға ҡарай ине. Эштәребеҙ ҙә уртаҡ ине. Беҙ Туғай Кинйәһенә йөрөп эшләйбеҙ, улар беҙгә килеп эшләй торғайны. Минең эшем, ат менән булһынмы, тракторҙа булһынмы, гел ошо ауылға бәйле ине. Беҙ «Мораптал» совхозына ҡушылғас, артабан да бергә эшләнек. Заманында гөрләп торған ауылдың шулай юҡҡа сығыуы - аяныслы хәл. Мин элекке ауыл урамын байҡап барам. Был абызый ошонда тора ине, икенсеһе ошонда ине, тип һөйләшәбеҙ. Барыһы ла хәтерҙә. Яҡуп яғынан барғанда Туғай Кинйәһенә кергән ерҙә Кинйә Арыҫлановҡа төҙөлгән кәшәнә тора. Өҫкә күтәрелһәк, ауыл зыяраты күренә, ул шул хәтлем матур итеп уратылған, ауыл урыны уртаһында Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмаған һәм иҫән-һау ҡайтҡан ауылдаштарына арнап төҙөлгән һәйкәл тора. Ә инде Оло Көйөргәҙе йылғаһы аша һалынған күперҙе һис тә маҡтап телгә алмайынса булмай, бик күп көс һалынған уға. Ошо байрамды ойоштороу эштәрен, күперҙе төҙөкләндереүҙе «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улы Исхаҡов, уның ярҙамсыһы Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, уларҙың тракторсы, шофер һәм иретеп йәбештереүселәре башҡарған. Бер Туғай Кинйәһендә генә түгел, Яҡуп ауылы зыяраты урталығына ла юл һалды, торба алып килеп, ҡом-таш түшәне был ир уҙамандары. Нисек рәхмәт әйтмәйһең инде уларға!

Туғай Кинйәһендә булып, танһыҡтарыбыҙ ҡанғансы һөйләшеп, әңгәмләшкәндән һуң, өс Советтар Союзы Геройы биргән 2-се Кинйәабыҙ (хәҙер Кинйә) ауылына юл тоттоҡ. Бындағы саралар иҫ китмәле булды. Күптәнге таныштарым - Ҡазандан ҡунаҡҡа килгән Әхәт Йәдкәр улы һәм Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәшировтар бик матур телмәр тотто. Фирҙәүес ханым, Кинйә Арыҫлановты бөтә донъяға танытыр кәрәк, тине. Мин уның, беҙҙә, башҡорттарҙа, берҙәмлек юҡ, беҙ һаман да йоҡлайбыҙ, тигән һүҙҙәре менә тулыһынса килешәм. Биш егет менән ҡыҙға Кинйә Арыҫланов исемендәге премия тапшырылды. Араларында ауылдашым Румил Әмир улы Ғайсиндың да булыуына ҡыуанып бөтә алманым.

Бына шулай итеп ике Кинйәлә булып, йәшлекте иҫкә төшөрөп ҡайттыҡ. Шуға күрә тере ваҡытта йышыраҡ осрашайыҡ, күрешәйек, һөйләшәйек, йәштәргә әйтер һүҙҙәребеҙҙе, кәңәштәребеҙҙе шунда еткерәйек, яҡташтар.
Читайте нас: