Все новости
Хаттар
30 Ноября 2018, 11:13

МУЗЕЙҘАРҒА ЙЫШЫРАҠ ЙӨРӨЙӨК!

Беҙҙең яҡтарҙа тарихи ҡомартҡыларға иғтибар ҙур: ҡала-райондыҡынан тыш Шәбағыштағы киң танылған Пушкин музейы, Кинйәабыҙ, Мораптал ауылдарында халҡыбыҙҙың үткәне сағылдырылған матур экспозициялар булдырылған. Әммә һүҙем ысын энтузиастар тарафынан ҡыҫынҡы ғына класс бүлмәһендә асылған мәктәп музейҙары хаҡында.

Беҙҙең яҡтарҙа тарихи ҡомартҡыларға иғтибар ҙур: ҡала-райондыҡынан тыш Шәбағыштағы киң танылған Пушкин музейы, Кинйәабыҙ, Мораптал ауылдарында халҡыбыҙҙың үткәне сағылдырылған матур экспозициялар булдырылған. Әммә һүҙем ысын энтузиастар тарафынан ҡыҫынҡы ғына класс бүлмәһендә асылған мәктәп музейҙары хаҡында.
Күмертауҙың 6-сы мәктәбе музейы директор Гөлбаныу Исхаҡова фиҙаҡәрлеге менән асылған. Ул ҙур булмаған ике бүлмәне биләй һәм алты секторға бүленгән. Төп урындағы өс экспозицияла элекке башҡорт өйөнөң урын-ере, тормош кәрәк-ярағы, урыҫ өйөнөң аш һәм алғы бүлмәһе йыһаздары тупланған. Шулай ҙа иң ҡиммәтле экспонат – “Ватаныбыҙға Еңеү яуланылар” экспозицияһындағы ҙур форматлы фото. Ул 1982 йылда Күмертауҙың Күмерселәр һарайы алдында төшөрөлгән һәм унда Еңеү өсөн көрәшкән 400-гә яҡын фронтовик баҫып тора! Бындай фото хатта ҡала музейында ла юҡ. Музейға өс йылдан ашыу инде үҙ эшенә мөкиббән сумған Валентина Ивановна Закурдаева етәкселек итә. Ул, музей фондын байытыу менән бер рәттән, үҙенсәлекле эш алымдары уйлап тапҡан – «Сумаҙан эсендәге музей». Ошондай өс «музей» «Өләсәйем һандығы», «СССР пионеры», «Еңеү өсөн!» тип атала. Мәҫәлән, һуңғыһында һуғышта тәүге көнөнән ҡатнашып иҫән ҡайтҡан һалдаттың тутыҡмаҫ ҡоростан үҙе эшләп алып киткән ҡалағы, трофей көмөш ҡалаҡ һәм фамилияһы сүкелеп яҙылған фляжкаһы, офицер планшеты һәм башҡа әйберҙәр тупланған. Ә коридорҙа комсомолдың 100 йыллығына арналған «Йәшлегем – комсомол!» исемле фотокүргәҙмә мәктәп педагогтарының йәш сағын сағылдыра. Уҡыусыларға оло уҡытыусыларының йәш сағын күреү ҡыҙыҡ та, фәһемле лә.
3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты музейын уҡытыусы Илдар Хөрмәт улы Таипов етәкләй. Өфөлә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияла, уҡыған сағында уҡ уның музейҙарҙың тиҫтәләгән быуаттар ҡатламынан килгән ҡомартҡылар аша йәш быуынға ни тиклем бай мәғлүмәт бирә алыуына иҫе китә һәм ҡасан да булһа үҙе лә музей асыу тураһында хыялланып ҡына ҡалмай, ә ҡыҙыҡһындырыу уятырлыҡ материалдар ҙа туплай башлай. 1997 йылда беҙҙең ҡала гимназияһында эш башлағанда уҡыусыларға үҙ фәнен йәнлерәк итеп бирер өсөн кабинетында байтаҡ ҡыҙыҡлы экспонаттар ҙа йыйыла бара. Ә 2005 йылда уның башланғысы тарихи-художестволы музей булараҡ рәсми паспортҡа эйә була. Бында ике меңдән ашыу экспонат тупланған. Был тиклем материал өсөн бүлмә бик ҡыҫынҡы, әлбиттә. Шулай ҙа Илдар Хөрмәт улы уларҙы ентекле уйлап, алты экспозицияға бүлеп, бик ыҡсым урынлаштыра алған. Улар мәктәп тарихы, хужалыҡ мөлкәте, башҡорт тирмәһе, нумизматика, Күмертау тарихын сағылдыра. Ә «Еңеү» экспозицияһында Герой яҡташтарыбыҙҙың фотолары менән бергә улар хаҡында бай мәғлүмәт тә бирелгән. Миңә Өфөнән килгән ҡунаҡтар менән бергә музей ҡомартҡыларын тиҙ арала ғына ҡарап сығыу бәхете тейҙе. Иң һоҡландырғаны – Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөгәндә табылған боронғо һыу тирмәне ташы ярсығы булды: унда ҡыҙғылт ташта алтын төҫөндәге буяуҙар менән нисектер һырлап төшөрөлгән арыҫлан һәм башҡа кейектәр һүрәте бар. Эйе, был тиклем бай музейҙы яйлап ҡарар өсөн күп ваҡыт кәрәк... Ә инде музей менән ҡыҙыҡһынған экскурсанттар араһында Бразилия, Финляндия, Эстония вәкилдәре лә булыуын белгәс, ҡыҙыҡһыныуым тағы ла артты. Илдар Хөрмәт улының уҡыусылары араһынан ике ҡыҙ: Рәсилә Бикмаева менән Юлиә Сынбулатова 2012 йылда геологик белем буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып «Экскурсовод» сертификаты алған. Әлеге ваҡытта ла уҡытыусылары дәрес алып барған арала музейға килгән ҡунаҡтарҙы фонд менән төплө таныштыра алырлыҡ уҡыусылары етерлек.
Читайте нас: