Все новости
Хаттар
7 Декабря 2018, 11:41

УРАМ БАЙРАМЫ

«Урам байрамы»н үткәреүҙе кем уйлап сығарғандыр. Бик мәслихәт. Бер-береңде ҡасан күрер инең.

«Урам байрамы»н үткәреүҙе кем уйлап сығарғандыр. Бик мәслихәт. Бер-береңде ҡасан күрер инең.


Тыуған ауылым Таймаҫта Рәшит Солтангәрәев урамы байрамында булырға насип итте. Бик эстәлекле, фәһемле, күңелле үтте. Хатта ара-тирә йыйылышып өҫтәл дә әҙерләйҙәр. Беҙ элек «урнаш» ти торғайныҡ. Ишеткәне ситтән дә ҡайта. Йылмайышып ҡәҙерле ҡунаҡтарҙай ҡаршы алалар. Байрамға Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың килеүе лә ҙур мәртәбә. Һәр ара үҙе һый әҙерләй.

Байрам өс-дүрт йыл элек булғайны. Бөгөнгөләй хәтерҙә, матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Ә башҡа ваҡытта һиллек. Ауыл ҡартая. Көсләп ҡарттайттылар. Эш булмағас, әлбиттә, йәштәр ғаиләне аҫрау, бала уҡытыр өсөн ситкә китә (ҡайтмай ҡалғандары ла бар, үкенескә күрә). 100 йәшенә етеп барған инәй, ауылын һағынып, бүләһенән тыуған төйәгенә алып барыуҙарын үтенә. Әлбиттә, алып ҡайтып күрһәтәләр.

Ғәйрәтем сикте. Элекке Таймаҫ түгел. Ҡапҡалар эстән бикле. Өй күренмәй, ағас ҡаплаған, ҡайһы береһендә абалап эт ҡаршылай. Урамда кеше әҫәре юҡ. Машиналар ғына пипелдәтеп үтә, баштары һелкенеп ҡала, иҫәнләшәләр шикелле. Күңелем ҡайтты, ҡабат күрмәһәм дә үкенмәйем. Нишләп аҡ алъяпҡыс кейгән, галстук таҡҡан уҡыусылар күренмәй икән, тием. Баҡтыиһәң, мәктәпкә машинала ғына илтеп ҡуялар икән дә.

Беҙҙең заманда урам тулы бала-саға, кис ҡапҡа төбөндә өләсәйҙәр, ыбыр-сыбыр бала-саға. Бына оҙон сыбыҡ тотоп, көтөү ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөгән малай-шалай. Ә хәҙер көтөүҙән һыйырын машина менән алып ҡайтҡанға нисек аптырамайһың инде. Кисен иһә эт тә юҡ. Өй һайын мөйөштә ялт та йолт килә төрлө төҫтәге ут (Бер ғалим әйтмешләй, голубой разбойник, телевизорҙы шулай ти).

Күңелле бала, үҫмер саҡтар. Кисен яҡты саҡта, күҙ бәйләнмәҫ элек, ишек алдында балаҫ йәйеп, табаҡты өйрөлтөп ултырып тамаҡ туйҙыраһың. Бөтәһе лә йыйылмайынса ашау юҡ. «Ашарға ҡайт», - тип эҙләп йөрөйбөҙ, закон шулай. Ваҡытында ҡайта белмәгән кешене мөстән тип әрләп алабыҙ йә урам эте ҡушаматын ала.

Ә кисен күңелле гармун тауышы, төҙәнешеп-биҙәнешеп, егеттәр аҡ яғаһын күрһәтеп, итегенең тышынан салбарының балағын сығара биреп, клуб яғына ағыла.

Гармун, йыр тауышы. Клубта халыҡ уйыны: берәмләп, түңәрәккә теҙелешеп, алышып (береһе икенсеһен саҡыра) бейеүҙәр. Гармунсы арыһа, таҡмаҡ әйтеп бейешәләр, төртмә таҡмаҡтар ҙа ҡалмай. Тик берәү ҙә үпкәләмәй. Аяҡ кейеме булмағаны сәпелдәтеп бейей. Ғәйепләүсе юҡ. Кеше көр күңелле ине. Ине шул. Бөтәһе лә йәйәү: олоһо ла, кесеһе лә, нәчәлниге лә. Кеше ярҙамсыл, итәғәтле, олоно оло, кесене кесе тип белде - ихтирам итте.

Ҡала урамы. Урамда етәкселәрҙе күрермен тимә. Яйлап баҫып йә таяҡҡа таянып, йә ейән-ейәнсәрен етәкләгән пенсионерҙар килә. Бер яҡтан, яҡшы, беҙгә урам иркен. Иртән, төш форма кейгән уҡыусыларға һоҡланып ҡарап ҡалабыҙ. Улар - илдең киләсәге. Етәкселәр күптән тимер аттарында үтеп киткән. Уларҙы телевизорҙан күргәс - еткән. Беҙҙең заманда ҡала етәкселәре, 1-3-сө секретарҙәр, ҡаланың батшалары, эшкә килгәнсә йәйәүләп, урамдарҙы тикшереп сығып, йәшел йортҡа кереп китерҙәр ине. Төнмө-көнмө урамда йөрөүе хәүефле булманы. Тимер ишек, рәшәткәле тәҙрәне ишеткән дә юҡ ине. Килгән артистар тамашасы йыя алмай. Әүәле дворец тулы, ҡайһы саҡтарҙа, ҡул һоноп, артыҡ билетың юҡмы, тип торорҙар ине. Күрше тирә-яҡ ауылдарҙан килерҙәр ине концерт, спектакль ҡарарға. Кеше үҙ-үҙенә бикләнә, күңелдәре ҡата бара. Капитализм тигәне шулайҙыр инде.

Балалар мине йәшәргә Өфөгә алып киттеләр, ҡышын ҡышлайым да йәйгә ҡайтам. 60 йыл йәшәгән тыныс ҡаланы, дуҫ-иштәрҙе онотоп буламы ни? Мин йәшәгән фатир Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педуниверситетҡа ҡаршы ғына. Ул тирәлә 5-6 юғары уҡыу йорто, тик студенттар ғына тип әйтерлек урамда. Бөтәһе лә бер иш, кейеме лә үҙҙәре лә, малаймы, ҡыҙмы - айырып булмай. Бына бер ваҡыт тротуарҙы иңләп ҡара ҡарғалар һымаҡ студенттар килә. Сит илдән килгәндәр, негрмы, кемдер инде. Мин тротуарҙың уртаһынан ҡаршы киләм. Айырылып юл бирергә уйламайҙар ҙа. Ахырыһы, уртаға бүленеп юл бирҙеләр ҙә аптырап ҡарап торалар. Ә мин әкрен генә иҫем китмәй юлымды дауам итәм. Мединститутта уҡыйҙар икән. Әллә кем булып йөрөп яталар. Ул тиклем ҡара кешеләрҙе күргән юҡ ине. Битен дә, ҡайҙа күҙе, танау-ауыҙы икәнен дә айырырлыҡ түгел. Элек был урамдарҙа опера, драма театрҙары артистары йәшәгән, мин Шәһит Хоҙайбирҙиндең балерина ҡыҙы Тамара йәшәгән йортта торам. Өфөлә интернат-мәктәптә уҡығанда бөтә яҙыусыларҙы, артистарҙы күрә торғайныҡ, опера театры ла ошонда, Ленин урамында, бит. Хәҙер Күмертауҙа ла, Өфөлә лә ҡала башлыҡтарын, яҙыусы, артистарҙы күрермен тимә. Бөтәһе лә машинала ғына килеп, артҡы ишектән инеп китәләр. Беҙ артистарҙы, яҙыусыларҙы күрер өсөн опера театры эргәһендә йөрөй торғайныҡ. Ә Ленин урамында бөтә яҙыусыларҙы күреп була. Хужалар ултырған йортто Аҡ йорт тип йөрөтәләр. Ул тирә тыныс, артыҡ кеше, машина юҡ. Мин шул тирәлә күберәк йөрөйөм, таҙа һауа, машиналар әҙ, иркен. Бөтә туғандар, балалар Өфөлә йәшәй. Себер тигәнсе йәшәһендәр Өфөлә. Күптәр Себергә китә, бала атай тәрбиәһе күрмәй үҫә. Ярай, беҙ һуғыш балалары атайһыҙ, ағайһыҙ үҫтек тә бит. Ә бына тыныс ваҡытта атайлы көйөнә атаһыҙ үҫә киләсәк быуын - ил тотҡаһы.

Аҡ йорт тигәндәй, дүрт яғы ла будкалар (һаҡсылар) менән уратып алынған. Элек йәшел йорт ине (хәҙер китапхана). Ул йәшел йортҡа йәтим малайҙы үҙем уҡыған интернатҡа урынлаштырырға алып барғайным. Туп-тура барҙыҡ та керҙек. Сәғит Әлибаев - министр урынлаштырҙы. Хәҙер Күмертауҙа ла кемгә барыуыңды һорап, күҙе менән баштан аяҡ тикшереп үткәрәләр. Кеше бер-береһенән шикләнә, ышанмай. Элек ишекте бикләмәй йоҡлай инек. Килде бит заманалар. Белгән-күргән кеше, Аҡ йортҡа юл ер аҫтынан, тиҙәр. Ер өҫтөнәнме, ер аҫтынан йөрөйҙәрме, унда беҙҙең эшебеҙ юҡ. Әйҙә, ултырһындар тыныслыҡта, ил имен-аман булһын, һуғыш йылы балаларына именлектән башҡа бер ни кәрәк түгел. Икмәк менән һыу булһа, зарланмаҫбыҙ, ти инек тә бит, халыҡҡа барыбер нимәлер етмәй.

Йәштәр үҙ киләсәген уйлай (уйлаймы икән?), беҙ, өлкәндәр, үткәнебеҙҙе һөйләйбеҙ. Йәштәргә беҙҙең үткән ғүмер - әкиәт. Кеше ҡәҙере бөтә, һәр кем үҙ усағына ҡуҙ тарта. Капитализм тигәне шулай булалыр, күрәһең. Беҙҙең заман быуыны социализм, коммунизмға килеп етте. Артабан тағы ниндәй -изм булыр икән? Урам байрамдары әлеге һымаҡ күңелле үтерме икән?


Читайте нас: