Все новости
Хаттар
5 Января 2019, 11:36

АТАЙЫМ

Атайым Ғимран (1897-1941) - Әмирйәндең оло улы, ике мәсетле волость үҙәге Бөрйән ырыуына ҡараған Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән.

Атайым Ғимран (1897-1941) - Әмирйәндең оло улы, ике мәсетле волость үҙәге Бөрйән ырыуына ҡараған Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән.


Ул йәш кенә көйөнә күпте күргән, байтаҡ нужалар кисергән, донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған. Заманына күрә уҡымышлы, ғәрәпсәне лә, руссаны ла яҡшы белгән. Заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе. Ҡырыҫыраҡ холҡло, шул уҡ ваҡытта мәрәкәсел дә. Мәҙрәсәлә уҡығанында уҡымышлы булыуы менән айырылып торған. Атайымдың бөтә ғүмере (ни бары 44 йыл) мажаралы йылдарға тура килә: 1914 йылғы империалистик, граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы. Граждандар һуғышы йылдарында ауылды берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар баҫып алған. Икеһе лә халыҡты йәберләгән, үҙенә кәрәген алған.

Таймаҫ ике тау араһында, бер яҡта аҡтар, ҡаршыһында - ҡыҙылдар. Хәҙерге Күмертау яғынан килгән тау яғында беҙҙең өй. Бәләкәй саҡта тау башынан гильзалар табып уйната инек. Шунан тау башына теҙелеп киткән һелкәүес кеүек соҡор бар ине, баҡтиһәң, окоп булған икән. Ул окоптарҙың хәҙер эҙе лә юҡ. Ямғыр яйлап ҡына ауыл яғына табан ағыҙа, тау һиҙҙермәй генә шиңә.

Ауылға аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар баҫып инһә лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы баҙға, мөгәрәпкә йәшергәндәр. Өлгөрмәгәне мейес артында башына күнәк кейеп ултырған (күнәк малдың баш тиреһенән, күндән эшләнгән).

Бына бер саҡ ауылға аҡтар ябырылып баҫып керә. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, ауылды талайҙар. Хужаларынан ат ектереп алып китәләр. Ҡаршылашһаң - бер пуля. Атайымды ла ат ектереп алып китәләр. Атайымдың әнәйемә һөйләүенән: ҡыҙылдар баҫмалатып килә, туҡтарға әмәл юҡ. Бик күп юлдар үтеп, урман араһында туҡтап, ут яғып, кейемдәрен ҡағып, беттәрен яндыралар - сытырлап яна икән. Ул арала туҡтағанда ҡаҙаҡтар быларҙың шинелдәрен систереп алып китәләр (үҙҙәре әйтмешләй, ҡороғорҙар). Арманһыҙ булып ҡаса торғас, Ҡытай сигенә барып етәләр. Ғәжәп, ҡытайҙар ҡасҡындарҙы ҡабул иткән. Баҡтиһәң, буш эшсе ҡулы быларға бик тә кәрәк икән.

Атайым тиф менән ауырып китә. Ғәжәп, ҡытай марьяһы (әнәйем әйтеүенсә) атайымды ҡарап һауыҡтыра: таң атҡанса бер тас ҡомло һыу ултырта, атайым шуны эсеп бөтә. Арҡаһын сусҡа майы менән дауалаған. Үксәһе лә туңған булған. Тыуған яҡ тарта, ҡасыусыларҙы һанап һуҡтырғандар. Әлбиттә, бөтәһе алдында. Ғибрәт булһын өсөн. Атайым һөйләгәндә уның ҡытайса һанағанын әнәйем отоп алған да беҙгә лә һанап күрһәтер ине. Атайым ҡасып маташмаған. Совет власы нығынып, Ҡытай хөкүмәте менән үҙ-ара килешеп, әсирҙәрҙе кире ҡайтаралар. Көслөк менән алынған һалдаттарға Совет хөкүмәте асыу тотмаған. Төпкөл ауыл егете ҡайҙа йәйәү, тура килһә, поезд йә атта эләгә-һарҡа ҡайтҡас, Ҡыҙыл Армия сафында тоғро хеҙмәт иткән. 1922 йылда ғына ауылына ҡайтып төшһә, ярты ауыл юҡ. Ҡырғын тейгәнме ни?! Йотлоҡ йылында, иген уңмаған, етмәһә, һуғыш. Аслыҡтан халыҡ ҡырылған: эт, бесәй, хатта кеше ашауға барып еткәндәре лә булған (исемен дә онотмағандар: Гөлйөҙөм әбей икән). Кинйәнән әнәйемде барып ала. Үгәй әсәһе, атаһы, ир заты ғына - 7-әү, атайым менән энеһенең икешәр бала, ике бүлмәле өйҙә ҡым-ҡырыз булып килешеп йәшәгәндәр. Үгәй өләсәй ҡаты тотҡан. Тик 1927 йылда ғына өй һалып башҡа сыҡҡандар. Аҡты ҡаранан айырған, русса ла ап-арыу белгәс, МТС-ҡа (машина-трактор станцияһы) эшкә алғандар. Шунан «Мораптал» совхозы ойошторолғас, унан йөрөп эшләгән. 1941 йылдың 22 июнендә атайым ауылға Германдың илгә баҫып инеүе, 400 саҡырым ерҙе алыуҙары тураһында хәтәр хәбәр алып ҡайтты. Совхозда стенала ҡара тәрилкә эленеп тора (радио инде), шунан хәбәр иткәндәр. Ауылда телефон булдымы икән, белмәйем. Булһа, силсәүиттә булғандыр. Атайым һуғышҡа алынасаҡ бер туған, ике, өс туғандарҙы һанап сыҡты. Береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Беҙ еңеүен еңербеҙ, әммә юғалтыу күп булыр, тине ул. Һөйләгәне раҫҡа сыҡты. Һуғыш башланып, өс ай үткәс, әнәйемә балаларҙы уҡытың, тип, беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Әнәйем атайымдың әйткән васыятын үтәне, үкенескә күрә, беҙҙән әллә ни изгелек күрә алманы. Хөкүмәт үҙе түләп уҡытҡас, беҙҙең теләкте ҡарап торманылар: ҡайҙа кәрәк, шунда ебәрҙеләр.


Читайте нас: