Все новости
Хаттар
5 Января 2019, 10:32

ҠУЛ ЭШЕ ОҪТАЛАРЫ ЙЫЙЫЛДЫ

Ауыл ҡыҙҙары ҡыш кистәрендә нимә эшләй? Ҡулы эш белмәгәне аптырап ултыралыр, йәки интернетҡа текәлеп тик яталыр.

Ауыл ҡыҙҙары ҡыш кистәрендә нимә эшләй? Ҡулы эш белмәгәне аптырап ултыралыр, йәки интернетҡа текәлеп тик яталыр. Яманhары ҡыҙҙары был яҡтан шәп, һәр береһе оҫта, ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Ҡыштың оҙон кистәрен улар бик күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә. Минйыһан Йәмилева ауыл килендәрен кис ултырыуға саҡырған, ҡыҙҙар бергәләшеп сиккәне сигеп, теккәне тегеп, көңгөр ҡаңғыр һөйләшеп ултырған. Ҡатын-ҡыҙ бергә йыйылһа, әлбиттә, табынһыҙ ҙа булмай (был йәһәттән дә зерә оҫта Яманһары ҡыҙҙары), бергәләшеп сәй ҙә эскәндәр. Шулай итеп Яманһары ауылы килендәре ял ваҡыттарын матур үткәрә.
Читайте нас: