Все новости
Хаттар
19 Февраля 2019, 12:29

Буранға шиғыр

Авторҙан: Бөгөсә төнөн беҙҙең ауылда ( бәлки, башҡа ерҙәрҙә лә шулайҙыр) күҙ асҡыһыҙ буран булды. Быйыл да ҡыш булмай икән, тип әйтеүселәргә үс итепме, яңы йылдан алып, ҡар бураны ҡотора ла ҡотора.

Авторҙан:

Бөгөсә төнөн беҙҙең ауылда ( бәлки, башҡа ерҙәрҙә лә шулайҙыр) күҙ асҡыһыҙ буран булды. Быйыл да ҡыш булмай икән, тип әйтеүселәргә үс итепме, яңы йылдан алып, ҡар бураны ҡотора ла ҡотора. Ярар, йыл уңышлы килер, баҫыуҙар мул уңыш бирер, тип ҡыуанып ҡына, билдәле бер шиғырҙы иҫкә төшөрөп: «Тышта буран, мин өйҙә торам, тик тәҙрә аша ауыҙымды йырам», - тип ултырыр инең дә бит. Был бурандарҙан һуң ишек тә аса алмай, тәҙрәләрҙән тышта күренмәй тормаһа. Һуңынан сығып шул ҡатҡан ҡарҙы аҡтара-аҡтара көрәргә булмаһа. Шулай ҡар көрәп йөрөй торғас, илһамланып китеп, башымда буранға арнап бер шиғыр килеп тыуҙы. Был һис тә бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең шиғырынан көлөп яҙыу түгел, рифмаһы шулай килеп кенә тора, шуның өсөн генә.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,

Өйҙәге эштең сыҡтым башына.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып,

Көрәгемдән ҡарҙар осорам!

Ҡайҙан шул хәтле дулай буран,

Ишек алды тотош ҡарға тулған!

Шуға күрә бөгөн таңдан алып,

Ихатама тулған ҡарҙы ышырам!

Ҡара тиргә баттым көрәй-көрәй,

Көрәгемә хатта күҙ ҙә эйәрмәй!

Ни хәл итәһең инде көрәмәй,

Ир өйҙә юҡ, ул алыҫта, эшләй.

Йоҡлай өйҙә ауырыған балам,

Шул ваҡыт тиҙрәк көрәй һалам.

Күңелде шомландырған буран,

Һис туҡтарға уйламай һаман!

Көрәп бөттөм инде, көрәкте ҡуям,

Ваҡ ҡары ла, һырынтыһы ла тамам.

Шуға күрә хәҙер өйгә керә һалып,

Һеҙгә бына ошо шиғырҙы яҙам!
Читайте нас: