Все новости
Хаттар
19 Февраля 2019, 12:51

Яугирҙәр — яныбыҙҙа

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу айҡанлы, Яҡшымбәт урта мәктәбендә башланғыс класс уҡыусылары яугир-интернационалистар менән осрашыу үткәрҙе.

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу айҡанлы, Яҡшымбәт урта мәктәбендә башланғыс класс уҡыусылары яугир-интернационалистар менән осрашыу үткәрҙе. Сараға Илдар Ришат улы Түләков һәм Заһир Ғарифулла улы Манғотов саҡырылғайны.

Уҡыусылар менән ҡунаҡтар араһында йәнле аралашыу ойошторолдо. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, ағайҙарҙың миҙалдарын тотоп ҡараны, улар менән бергә фотоға төштө, һәләк булғандарҙы иҫкә алып тын ҡалды. Мәктәп автобусында водитель булып эшләгән шаян, һәр саҡ күңелсәк, йор һүҙле Илдар бабайҙарын балалар яҡшы белә. Әммә уның ниндәй ҡатмарлы юл үткәнен күптәр уйлап та бирмәй ине. 4-се класс уҡыусыһы Алһыуҙың атаһы Заһир Ғариф улы менән ҡайһы бер уҡыусылар бөгөнгө сарала яҡындан танышты. Сапер булып хеҙмәт иткән, тыныс тәбиғәтле, төптән уйлап һөйләүсе Заһир бабайҙарының хеҙмәте балаларҙа һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Ҡунаҡтарыбыҙ дуҫлыҡ төшөнсәһенең ни тиклем ҡиммәт һәм ҡәҙерле икәнен тормош миҫалдарында аңлатты, уҡыусыларҙың татыу булыуҙарын, тырышып уҡыуҙарын, спорт менән шөғөлләнеүҙәрен, үҙҙәрен сыныҡтырыуҙарын, ил алдындағы бурыстарын теүәл үтәүҙәрен теләне. Уҡыусылар ҡунаҡтарға хәрби тематикаға йырҙар йырланы.
Читайте нас: