Все новости
Хаттар
26 Февраля 2019, 13:16

Ҙурланыҡ

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбендә саралар үтте.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбендә саралар үтте. Рәсем уҡытыусыһы Альбина Фәтҡулла ҡыҙы һүрәттәрҙән күргәҙмә эшләһә, тарих уҡытыусыһы Розалия Юнир ҡыҙы Афған һуғышында ҡатнашҡан Раиф Рәүеф улы Мифтахетдиновты, Ринат Ғәли улы Төхвәтуллинды, Айҙар Айрат улы Әбйәлиловты, Нуриман Барый улы Ҡолмөхәмәтовты һәм ветерандар ойошмаһы рәйесе Рәмил Фазылйән улы Рәжәповты саҡырып бик матур сара үткәрҙе. Бәләкәй генә булһалар ҙа, 5Б класы уҡыусылары шул тиклем матур сығыш яһаны: бейенеләр, йырланылар, сараны оҫта итеп алып барҙылар. Афарин, тип әйтәһе генә ҡала.

Килгән ҡунаҡтар балаларға тырышып уҡырға, тыуған ерен, туған телен, халҡын яратырға һәм спорт менән шөғөлләнергә кәңәш бирҙеләр. Малайҙарға армияға барыуҙан ҡурҡмағыҙ, үҙ бурысығыҙҙы үтәргә әҙер тороғоҙ, тинеләр.

Мораптал ауыл советы, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә был сарала ҡатнашты. Саҡырылган ҡунаҡтарҙы тәмле сәй менән һыйланылар һәм иҫтәлеккә бүләктәр бирҙеләр.
Читайте нас: