Все новости
Хаттар
1 Марта 2019, 14:03

Күңелле лә, файҙалы ла...

Зәк-Ишмәт ауылы клубында ошо көндәрҙә 80-се йылдар дискотекаһы уҙғарҙылар. Был матур сараға ауылыбыҙ халҡы дәррәү йыйылды: йәштәре лә, ололары ла ҡалмаған.

Зәк-Ишмәт ауылы клубында ошо көндәрҙә 80-се йылдар дискотекаһы уҙғарҙылар. Был матур сараға ауылыбыҙ халҡы дәррәү йыйылды: йәштәре лә, ололары ла ҡалмаған. Хатта, Ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов үҙе лә килгәйне. Күмәкләшеп йырлап-бейеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап ҡына ҡалманыҡ, бергәләшеп сәй ҙә эстек. Ғәҙәттә, беҙ клубҡа төшһәк, бер ҡасан тыныс ҡына ултырмайбыҙ, һәр ваҡыт ниндәйҙер проблеманы хәл итергә тырышабыҙ. Бына әле лә ауылыбыҙ мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләренең бигерәк ныҡ иҫкергәне хаҡында һөйләшеп алдыҡ. Илшат Мәдиф улы был тәҙрәләрҙе алыштырырға ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ярҙамында клубтың ҡыйығын япҡайнылар. Уның өсөн рәхмәтлебеҙ.

Клубта уҙғарылған ошондай байрамға силсәүит башлығының килеүе, байрамға мәртәбә өҫтәне. Ауылдашыбыҙ Рәмилә Әкбәрова шаяртып: «Их, силсәүиткә китеп әрәм булдығыҙ бит, Илшат Мәдифович!», - тип әйтеп ҡуйҙы. Ысынлап та, Илшат Зәйнәғәбдинов элек спектаклдәрҙә бик оҫта уйнай торғайны шул. Шулай итеп, беҙ ауылдаштарыбыҙ менән бергә ваҡытты күңелле лә, файҙалы ла үткәрәбеҙ.
Читайте нас: