Все новости
Хаттар
1 Марта 2019, 13:21

Һоҡланып бөтә алмайбыҙ

Театр йылына арнап, Яҡшымбәт ауылының үҙешмәкәр артистары, күренекле яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре» пьесаһы буйынса спектакль әҙерләп күрһәттеләр.

Театр йылына арнап, Яҡшымбәт ауылының үҙешмәкәр артистары, күренекле яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре» пьесаһы буйынса спектакль әҙерләп күрһәттеләр. Ролдәрҙе башҡарыусылар әҫәрҙе ҙур тулҡынланыу, тәрән кисерештәр менән ҡарарға мәжбүр иттеләр. Йыл да шулай матур тамаша менән ҡыуандыра беҙҙе ауылыбыҙ мәҙәниәт йортоноң «Көйөргәҙе» халыҡ театры. Һәр артист үҙенең ролен бик оҫта, ышанырлыҡ итеп башҡарҙы. Коллективта төрлө профессия кешеләре шөғөлләнә: уҡытыусылар, элемтә эшселәре, мәктәптең өлкән синыф уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Рәсим Бикмаев, Гөлгөнә Абдуллина, Зөлфирә Билалова, Гөлшат Хәйбуллина, Сәлим Әбсәләмов, Фидан Булатовтың талантына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Уларҙы театр сәнғәтенә һөйөү берләштерә. Тамашасылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм һәм ауылыбыҙ халҡын яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып тороуҙарын теләйем.
Читайте нас: