Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
1 Март 2019, 13:36

Шәп үтте

Түбәнге Бабалар ауылында “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы хәтәр шәп үтте. Күңелле сарала Рәмил Әйүпов, Линар Хоҙайбирҙин, Рамаҙан Хәмитов, Әмир Хәлитов, Рафаэль Ғәлимов, Айрат Намаҙғолов кеүек уҡыусы егеттәребеҙ үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡараны.

Түбәнге Бабалар ауылында “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы хәтәр шәп үтте. Күңелле сарала Рәмил Әйүпов, Линар Хоҙайбирҙин, Рамаҙан Хәмитов, Әмир Хәлитов, Рафаэль Ғәлимов, Айрат Намаҙғолов кеүек уҡыусы егеттәребеҙ үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡараны. Һалдат формаһын кейеп бәрәңге әрсеү, скакалканан һикереү, армреслинг һәм башҡа һынауҙарҙы барыһы ла лайыҡлы үтәне.

Беҙ, ауылдың ағинәйҙәре, йәштәр менән төрлө саралар ойошторорға тырышабыҙ. Күптән түгел ҡышҡы һабантуй ҙа үткәрҙек. Унда тышта самауыр ҡайнатып эҫе сәй эстек, бүләктәр ҙә тараттыҡ.
Читайте нас: