Все новости
Хаттар
1 Марта 2019, 13:35

Таймаҫтың аҫыл егете

Таймаҫ ауылында йәшәүсе Ғәзим Ғаяз улы Абдуллин - күптәргә ысын-ысындан өлгө булырлыҡ аҫыл ир-егеттәребеҙҙең береһе. Йәштәр 1995 йылда өйләнешеп донъя ҡорҙолар.

Таймаҫ ауылында йәшәүсе Ғәзим Ғаяз улы Абдуллин - күптәргә ысын-ысындан өлгө булырлыҡ аҫыл ир-егеттәребеҙҙең береһе. Йәштәр 1995 йылда өйләнешеп донъя ҡорҙолар. Ғәзим дә, Гөлнур ҙа тыумыштары менән Ялсыҡай ауылынан. Таймаҫта үҙ көстәре менән бына тигән өр-яңы өй һалып керҙеләр. Гөрләтеп донъя көтәләр. Мөхәббәт емештәре - ике малай, бер ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Ҙур улдары Таһир юғары уҡыу йортона уҡырға кереп, әлеге көндә әрмелә хеҙмәт итә. Инсаф менән Әҙилә Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһында тырышып уҡып йөрөйҙәр.

Абдуллиндар ғаиләһе 2012 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөп, малсылыҡ, ҡош-ҡорт аҫырау һәм үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Икеһе лә донъя көтөргә шәптәр. Ҡышын да һөт, ҡаймаҡ һаталар. Яңы трактор алып ебәрҙеләр. Ғәзимдең уңғанлығын, тырышлығын ауылдаштары хөрмәт итә. Ауылда ниндәй саралар үтһә лә, Абдуллиндар аҡсалата ярҙам итә. Тыуған ауылдарын да онотмайҙар. Районда уларҙың эштәрен күрә беләләр. Районыбыҙ етәкселәре ҡулдарынан алған Маҡтау грамотлары, Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр шул хаҡта күпте һөйләй.
Читайте нас: