Все новости
Хаттар
1 Марта 2019, 13:02

«Әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин…»

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында «Тере яңғырашлы һүҙ» тигән шиғри конкурс үтте. Унда башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә 9-11-се кластар уҡыусылары һәм һөнәри колледждар студенттары үҙҙәренең маһирлыҡтарында көс һынашты. Был бәйгелә Көйөргәҙе районынан да бер төркөм уҡыусылар ҡатнашты. Улар үҙебеҙҙең яҡташ шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләп күрһәтте.

Юғары уҡыу йортонда был сараны бик яҡшы итеп ойошторғандар. Ишек төбөнән үк ҡаршы алып, кәрәкле ергә оҙатып торалар ине. Сара «Башҡорт теле» йырын өс телдә йырлау менән башланып китте. Артабан уҡыусыларҙы институт тормошо тураһында ҡыҫҡаса белешмә менән таныштырып үткәндән һуң, дистанцион рәүештә үткәрелгән «Атай-әсәйемдең уҡытыусылары» тигән очерктар конкурсына йомғаҡ яһалды. Был конкурста Яҡшымбәт урта мәктәбенән Айгөл Кейекбаева өсөнсө урынға лайыҡ булды (Уҡытыусыһы - Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова.). Артабан, уҡыусылар бик сәмләнеп, аудиторияларға бүленеп, яттан шиғырҙар һөйләне. Бәйге аҙағында, еңеүселәрҙе билдәләгәндә, әлбиттә, беҙҙең уҡыусылар ҙа алдынғылар араһында булды. Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһынан 9-сы кластар араһында Әҙилә Үтәгәнова икенсе урынға ( уҡытыусыһы Ләйсән Хәмзә ҡыҙы Байғотлина), Яҡшымбәт урта мәктәбенән Рәлиә Ниғмәтуллина 10-сы класс уҡыусылары араһында өсөнсө урынға (уҡытыусыһы Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиев) лайыҡ булды. Был матур сара, дипломдарҙы тотоп, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары киләсәктә үҙҙәренә уҡырға килергә саҡырып, хәйерле юл теләп, беҙҙе оҙатып ҡалды.
Читайте нас: