Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
5 Март 2019, 14:05

Буласаҡ тел белгестәре

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында «XI Кейекбаев уҡыуҙары» исемле Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында «XI Кейекбаев уҡыуҙары» исемле Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Был конкурста беҙҙең гимназистар ҙа ҡатнашты һәм призлы урындар яуланы. Розалина Ибраһимованың (11 кл.) Мостай Кәрим ижадына арналған эше I урынға лайыҡ булды. 9-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Хәлитова яҡташ яҙыусыбыҙ Баязит Бикбайҙың тыуған яғына арналған ижады, туғандары, ҡәләмдәштәренең хәтирәләре тураһында эҙләнеү эше яҙғайны. Уның хеҙмәте II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Эвелина Әбсәләмова (9 кл.) Мостай Кәримдең тәбиғәткә, ағастарға арналған ижадын анализланы. Эвелинаның фәнни проекты III урын алды.
Читайте нас: