Все новости
Хаттар
7 Марта 2019, 12:59

Ауылыбыҙ ғорурлығы

Хәрби хәрәкәттәр ветераны, полковник Роберт Тәлғәт улы Иҫәнгилдин беҙҙең арала юҡ инде. Әммә тыуған ауылында уны онотмайҙар. Яҡташыбыҙ Тыуған илебеҙ ҡушыуы буйынса төрлө ерҙә хеҙмәт иткән. Рота һәм батальон командиры, хәрби штаб начальнигы булған.

Ҡыйыу офицерға Чечен Республикаһында барған ҡанлы бәрелештәрҙә лә ҡатнашырға тура килгән. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, Роберт Тәлғәт улы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән.

Аҡһары мәктәбендә 5 мартта Роберт Иҫәнгилдинға арналған стенд асыу тантанаһы булып үтте. Уҡыусылар тантаналы линейкала уның ғүмер юлын байҡаны, шиғырҙар һөйләне, килгән ҡунаҡтар менән иҫтәлекле фотоға төштө. Мәктәп уҡыусыларына, бигерәк тә кадет класы өсөн Роберт Иҫәнгилдиндың тормошо батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булып тора.

Читайте нас: