Яҙ ҡояшының көләс нурҙарын ауыр ҡара болоттар ҡаплап, рашҡы яуып, күңелдәргә әллә ниндәй моңһоу хис-тойғолар килгәндә, йәнкәйҙәребеҙгә йәм өҫтәп, оло ҡунаҡ килде бөгөн Яҡшымбәт урта мәктәбенә.
Мәктәбебеҙгә алыҫ араларҙы яҡын итеп оло шәхес: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева премиялары лауреаты, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апай Бураҡаева ҡунаҡҡа килде.
Ул уҡыусылар менән милли геройыбыҙ Салауат Юлаев тураһында бик матур, фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Үҙенең ҡыҙҙары төшөргән кинофильмды күрһәтте. Түбәнге класс уҡыусылары өсөн айырым, кескәйҙәр өсөн айырым әҙерләнгән махус фильмдар күрһәтте. Уҡыусылар биргән һорауҙарға тулы матур яуаптар ҡайтарҙы. Шулай уҡ, теләүселәр, автограф менән әҙибәнең "Арғымаҡ" исемле китабын һатып ала алдылар. Был йылы осрашыу һәм илем, халҡым тип янып йәшәгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһындағы йылы хистәр беҙҙә бик оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк. Моғайын, киләсәктә уҡыусылар араһынан илен, халҡын, телен яҡлар бик күп батырҙар үҫеп сығыр, тигән өмөттәрҙә ҡалабыҙ.