15 мартта, пенсия алған көндө, Зәк-Ишмәт ауылы артистары беҙҙе тағы ла бер тапҡыр матур концерттары менән ҡыуандырҙы.
Һәр ваҡыт үҙҙәренең моңло йырҙары дәртле бейеүҙәре, ҡыҙыҡлы сценкалары менән беҙҙе әсир иткән мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәренән тыш был матур сарала 8-се класс уҡыусылары Зөһрә Фәтҡуллина, Камила Капустина һәм Резеда Рәхимова ла ҡатнашты. Улар беҙҙе башҡорт һәм испан бейеүҙәре менән хайран ҡалдырҙы. Ошо балаларға бейеү серҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусылары Татьяна Исҡужинаға маладис тип кенә әйтке килә. Төрлө матур яңы йырҙар тыңлап, халҡыбыҙ көйҙәрен ишетеп, йәшлеккә ҡайтып килгәндәй булдыҡ. Хатта, тамашасы залында ултырған пенсионер Вәкил Әғлиуллин да хисләнеп китеп, сәхнәгә сығып, үҙенең яратҡан йырҙарын башҡарҙы. Был көндө беҙ рәхәтләнеп йырлап-бейеп, рухи байлыҡ алып, күңелдәребеҙ күтәрелеп, шундай яҡшы кәйеф менән таралыштыҡ. Ололарҙы ихтирам итеп, шул тиклем хөрмәтләгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең ауыл артистары район кимәлендә үткән конкурстарҙа ла һынатмай, һәр саҡ алдынғы урындар яулап килә. Һеҙгә артабан да тик уңыштар ғына йылмайһын!