Все новости
Хаттар
19 Марта 2019, 13:20

Яҙыусы беҙгә ҡунаҡҡа килде

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева ошо көндәрҙә Ермолаевоның «Батыр» балалар баҡсаһына осрашыуға килде.

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева ошо көндәрҙә Ермолаевоның «Батыр» балалар баҡсаһына осрашыуға килде. Ул был көндө беҙҙең кескәйҙәрҙең уңыштарын үҙ күҙҙәре менән күреп шатланды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы күстәнәс итеп ҡыҙыҡлы «Уралдың бала сағы» тигән йәнһүрәт һәм фәһемле «Япраҡ» тигән документаль фильм алып килгән. Кескәйҙәр был фильмдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм Мәрйәм инәйҙәре алдында үҙҙәре лә матур итеп башҡорт телендә сығыш яһаны.

«Батыр» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө эшләп килә. Бында йөрөгән 2 йәштән алып 6 йәшкә тиклемге 17 бала башҡорт телен, халҡыбыҙҙың милли йолаларын төплө өйрәнәләр. Был төркөмдә уҙғарылған һәр байрам сараһында ла туған телдә шиғырҙар һәм йырҙар яңғырай, дәртле башҡорт бейеүҙәре башҡарыла. Ата-әсәләр ҡыуанып ҡарап ултыра. Кескәйҙәр өсөн милли костюмдар ҙа тектерелде. Шулай уҡ «Батыр» балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк эшләй. Бында 12 бала үҙ туған телен ихлас өйрәнә.
Читайте нас: