Юшатыр
-19 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Хаттар
22 Марта 2019, 13:26

Ике сәғәткә һуҙылды

Үткән шәмбе көндө Көйөргәҙе ауылы клубына Ҡотлоюл ауылының һәүәҫкәр артистары, концерт менән килеп, күршеләренең күңелдәрен күтәреп, көс-дәрт биреп киттеләр.

Үткән шәмбе көндө Көйөргәҙе ауылы клубына Ҡотлоюл ауылының һәүәҫкәр артистары, концерт менән килеп, күршеләренең күңелдәрен күтәреп, көс-дәрт биреп киттеләр. Артистар бик күп килмәһәләр ҙә, концерт ике сәғәткә һуҙылды. Моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре менән, ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләп тамашасыларҙың күңелдәрен күтәреп рәхмәттәр әйтеп, тағы ла яңы номерҙар әҙерләп килергә вәғәҙә биреп хушлаштылар. Уларға бөтә эштәрен ташлап, ал-ял белмәй репетицияларға йөрөп, шундай матур концерт программаһы әҙерләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр саҡ шулай дәртле, берҙәм, татыу булып ҡалығыҙ.
Читайте нас в