22 мартта Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда “Наурыз” байрамы үтте. Был көндө морапталдар ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршыланы. Нәсимә Шәмсетдинова балаларға был байрам тураһында ентекле һөйләһә, мин үҙем ҡыҙыҡлы уйындар уйнаттым, төрлө йомаҡтар ҙа ҡойҙом. Гөлназ Хәмитова менән Юлиә Тайбилдина балаларҙы тәмле бутҡа, ҡоймаҡтар менән һыйланы. Тышта тәмле сәй эсеп ҡыуанды улар.