Все новости
Хаттар
26 Марта 2019, 14:39

Һөйләп туя алмайбыҙ

Беҙ, Яҡшымбәт халҡы, ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовтан бигерәк уңдыҡ. Уның эше менән шул тиклем ҡәнәғәтбеҙ. «Ошоғасы ҡайҙа йөрөнө икән?», - тибеҙ барыбыҙ ҙа. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе яҡташтарыбыҙға ла афарин, тип әйтке килә. Һәр байрам һайын уларҙың сығыштарын рәхәтләнеп ҡарайбыҙ.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре районыбыҙҙың башҡа ауылдары халҡын да үҙҙәренең йырлы-моңло күстәнәстәре менән ҡыуандырып ҡына тора. Ошо көндәрҙә күрше районға — Күгәрсен районы Тәүәкән ауылына барып концерт ҡуйып ҡайттылар. Уларҙың матур концерт программаһын ҡарап, тәүәкәндәр генә шатланмаған, әртистәребеҙ үҙҙәре лә ҡыуанышып ҡайтҡан. Ни өсөн тиһегеҙме? Яҡшымбәт артистары Гөлшат Хәйбуллина, Сәлим Әбсәләмов, Фидан Булатов, Зөлфирә Билалова, Раушания Сынбулатова, Абдулдан Алик Собханғолов менән Айҙар Хөснөтдиновтарҙы һәм бейеүсе уҡыусыларҙы яҡташыбыҙ, «Тәүәкән» хужалығы етәксеһе Урал Дамир улы Ибраһимов үҙе ҡаршы алып, хужалыҡ буйлап йөрөтөп, күрһәтеп, бындағы эш барышы менән яҡындан таныштырған. Шулай уҡ үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек менән һыйлаған. Ауылдаштарыбыҙҙың күңелдәре булып ҡайтҡан. Һөйләп тә туя алмайҙар. Тәүәкән ауылы халҡының ихласлығына, ябайлығына хайран ҡалғандар. Урал Дамир улын эшселәре лә хөрмәт итәләр, тиҙәр. «Үҙебеҙҙең яҡташ бит ул!», - тип ғорурланып ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ һәм шундай ихлас ҡаршы алғаны өсөн оло рәхмәт белдерә.
Читайте нас: