Башҡортостан Республикаһының Автономия алыуының 100 йылығына Яҡут мәҙәниәт йортонда «Башҡортостан — алтын бишегем» исемле балалар араһында яттан шиғыр һөйләү бәйгеһе ойошторолдо. Бәйгелә мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ихлас ҡатнашты. Балаларҙың бар тырышлыҡтарын һалып шиғыр һөйләүҙәрен ата-әсәләре, өләсәйҙәре ғорурланып тыңлап ултырҙы. Ауыл китапханасыһы Таңһылыу Исламғолова Республикабыҙ тарихына туҡталып китте, викторина үткәрҙе. Башҡортостанға бағышланған шиғырҙар менән аралашып, дәртле йырҙар ҙа яңғыраны. Бәйге булғас, еңеүселәрҙе лә билдәләп үттек. Жюри булып ултырған ағинәйҙәребеҙ һәр балаға рәхмәттәрен, изге теләктәрен әйтеп, дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙылар. Иң оҫта шиғыр һөйләүсе тип 1-се синыф уҡыусыһы Ислам Әбйәлилов танылды. Бына шулай тыуған Республикабыҙҙы яратҡан, уның менән ғорурланған балалар үҫә Яҡутта.