Все новости
Хаттар
9 Апреля 2019, 13:09

Илап сыҡтылар

5 апрелдә “Рассвет” мәҙәниәт һарайында Театр йылына арналған фестиваль марафоны штандартын тапшырыу сараһы үтте!

5 апрелдә “Рассвет” мәҙәниәт һарайында Театр йылына арналған фестиваль марафоны штандартын тапшырыу сараһы үтте! Күмертау ҡалаһы үҙе Көйөргәҙе районынан ҡабул итһә, артабан Федоровка районына тапшырылды. Федоровка районы Батыр ауылы үҙешмәкәр “Аманат” халыҡ театры Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” спектаклен күрһәтеп, тамашасыларҙы илатты ла, көлдөрҙө лә. Спектакль авторы героиняһын нисек кенә илатырға тырышмаһын, Мәҙинә көслө ҡатын булып ҡала. Һуҡыр әсәһен алты йыл буйы тәрбиәләүенән, һөйгәненең хыянатынан, ситтән тороп уҡыуынан, хатта балаһының үлеменән һуң да Мәҙинә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәргә көс таба. Ахыр сиктә уның уйҙарына бирешмәгән ҡатын алдында автор үҙе теҙләнә. Батырҙар ошо драматик ваҡиғаларҙы шул тиклем дөрөҫ итеп, ышандырырлыҡ итеп еткерә алды, хатта ябай ауыл театры икән тип кем әйтһен! Афарин уларға! Килгән тамашасы илап сыҡты залдан! Театр коллективына артабан уңыштар теләйбеҙ, тағы ла килеп беҙҙе ҡыуандырырҙар, тип ышанабыҙ!
Читайте нас: