Яҡшымбәттә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан торған ҡул эштәре оҫталары аҙна һайын, дүшәмбе көндө, бәйләү серҙәрен уртаҡлашыу өсөн ауыл китапханаһына йыйыла. Был изге эште китапханасы Зөлфирә Минехан ҡыҙы Сынбулатова ойоштора. Теләп, әүҙем йөрөйбөҙ. Ундай саралар бик кәрәк, тип уйлайым. Сөнки беҙ, китапханала йыйылышып ултырып бәйләм серҙәренә генә бер-беребеҙҙән өйрәнеп ҡалмайынса, тормошҡа ҡағылышлы төрлө һорауҙарға ла бергәләп яуаптар эҙләйбеҙ, тормош тәжрибәбеҙ менән бүлешәбеҙ.
Үҙебеҙ өсөн бер ҡыҙыҡ асыш та яһаныҡ әле: Яҡшымбәттә беҙҙең оҫта, алтын ҡуллы бәйләүселәребеҙ әллә күпме икән. Уларҙың ҡул эштәренә һоҡланып туйғыһыҙ. Яңыраҡ иң оҫта бәйләүселәребеҙҙең береһе - Асия Биктимер ҡыҙы Саттарованың йортона «Тере аралашыу - йомғаҡлау» сараһын үткәрергә тип йыйылдыҡ. Йәмле, тәмле сәй табынында рәхәтләнеп әңгәмәләшеп, бер-беребеҙҙең ҡул эштәренә һоҡланып, шатланышып, бик ҡәнәғәтлек кисереп таралыштыҡ.
Асия апайҙын өйөндә йыйылыуыбыҙҙың сәбәбе шунда: уның оҫта ҡулдары бәйләгән әйберҙәр үҙе бер күргәҙмәне хәтерләтә. Гүйә Асия апайҙың асыҡ йөҙлөлөгө, киң күңеллелеге ошо бәйләмдәренә күскән. Уның оҫталығы шуның менән һоҡландыра ла инде.