Все новости
Хаттар
12 Апреля 2019, 12:48

Ҡоробоҙ көсәйә

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы яңыраҡ Ағинәйҙәр ҡорон йыйҙы. Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова ағинәйҙәрҙе сәләмләп, ойошма алдында ҡуйылған яңы бурыстар тураһында әйтеп үтте. Үҙ тәжрибәһе менән бүлешеү өсөн йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡан Фәрзәнә Әбсәләмова Таймаҫ ауылынан ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Ҡала кешеләренә ул милли байрамдарҙа ҡатнашыусы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре оҫтаһы булараҡ таныш. Уның менән бергә милли костюмдың баш кейемен, түшелдерек эшләргә һөйләшелде.

Ойошма рәйесе Римма Арыҫланова йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәйҙәр үҙ тәжрибәһе аша йәштәребеҙҙең, балаларыбыҙҙың һәләттәрен үҫтереүенең кәрәклеген әйтте. «Шуның өсөн дә һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәтен тергеҙеү, уларҙың кәңәш ҡорон эшкә егеү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ошо бурысты атҡарыуға ең һыҙғанған Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһының (етәксеһе - Гөлфиә Янбаева) эш планына төп пункт итеп индерелгән», - тип һөйләп китте. Артабан ул вазифаһын был ултырышта күпселек тауыш менән хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Рәйсә Кәбир ҡыҙы Шәриповаға тапшырҙы. Ҡорға килгән зыялы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында уртаға һалып һөйләшеп, киләсәккә эштәрен планлаштырҙы. Төп бурыстарҙың береһе – ҡала тормошон йәнләндереү, уға ҡот өҫтәү, йәш быуынды тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе, башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлау. Ағинәйҙәр тәрбиә эшендә миҙгел байрамдарын, экологик өмәләр кеүек күмәк эш төрҙәрен тергеҙеп, уларҙы күмәкләп үткәреү, ағинәйҙәрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың тәрбиә мәктәбен ойоштороу, кис ултырыу, ҡул эштәренә өйрәнеү кеүек сараларҙы файҙаланырға кәрәклеген дә билдәләне. Шулай уҡ, ағинәйҙәр Ғаилә көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашыу теләктәрен белдерҙе. Күнелле йырҙар йырлап, сәй эсеп таралыштылар. Ҡорға инергә теләгән ҡала инәйҙәрен һәр шаршамбы 15 сәғәттә ҡоролтай бүлмәһендә көтәбеҙ!
Читайте нас: