Все новости
Хаттар
16 Апреля 2019, 12:27

Ҡарға бутҡаһы көтә...

Атым егелгән, әҙер, Ҡырға китәбеҙ хәҙер. Ҡарға бутҡаһы көтә, Һый бөтәһенә етә.

Атым егелгән, әҙер,

Ҡырға китәбеҙ хәҙер.

Ҡарға бутҡаһы көтә,

Һый бөтәһенә етә.

Йыл һайын яланда үтә торған йола байрамы беҙҙең Яҡут балалар баҡсаһында ойошторолдо. Балалар менән байрам итергә ата-әсәләре, саҡырылған ҡунаҡтар, балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Карамат ҡыҙы, «Ағинәйҙәр» ҡоро, Яҡут башланғыс мәктәбе уҡыусылары, тәрбиәсе апалары менән йыйылыштылар. Балаларҙың тәрбиәсеһе Рәсимә Ялсыҡаева йоланы еренә еткереп күрһәтә алды. Балалар йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейеп, шиғырҙар һөйләп кенә ҡалманы, әкиәттән өҙөктәр ҙә күрһәтте, төрлө кейемдәрҙә балаларҙың сәхнәгә ынтылыуы быйылғы театр йылында үҙе бер матур күренеш булды. Балаларҙың теләк теләп яҙғы ботаҡтарға таҫма элеү йолаһы ла еренә еткереп башҡарылды. Музыкаль яҡтан биҙәүсе Лилиә Шәмсетдинова ла байрамға йәм өҫтәне. Ағинәйҙәрҙең өҙә баҫып бейеүҙәре лә, әйткән изге теләктәре лә балаларҙың күңелдәрендә һаҡланыр. Төрлө уйындар, тәмле бутҡа ашауҙар...

Был ысынында балалар өсөн бер ҡыуаныс булды. Фәйрүзә Карамат ҡыҙының: «Ошо бәләкәй генә баҡсала шул ҡәҙәрем йолаларҙы тергеҙеп, балаларҙы тәрбиәләй алғанығыҙға мин рәхмәт кенә әйтәм «Толпар» балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәренә», - тигән һүҙҙәре үҙе генә ни тора!
Читайте нас: