Все новости
Хаттар
24 Мая 2019, 15:02

Әбейемдең күңел һандығы

Абдул ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр мәктәп уҡыусылары менән берлектә боронғо йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлау, өйрәнеү темаһына арналған кисә уҙғарҙы.

Абдул ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр мәктәп уҡыусылары менән берлектә боронғо йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлау, өйрәнеү темаһына арналған кисә уҙғарҙы.

Байрамдың инеш өлөшөндә 6-7-се синыф уҡыусылары әҙерләгән театрлаштырылған «Әбейем һандығы» мәҙәни сараһы күрһәтелде.

Уҡыусылар үҙҙәренең драма түңәрәге етәксеһе Әлфинә Рауил ҡыҙы менән әҙерләгән был тамашаны бик оҫта башҡарҙылар.

Сәхнәне биҙәү өсөн сағыу таҫтамалдар, сигелгән өй кәрәк-яраҡтары, аҫалы боронғо балаҫ, һандыҡ һәм башҡа боронғо ҡомартҡылар йыйылған.

Уҡыусы ҡыҙҙар «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә (етәксеһе Рәзилә Мансур ҡыҙы Биктимерова) үҙҙәре теккән бик килешле күлдәктәрҙә сығыш яһанылар, дәртләнеп йырланылар, бейенеләр. Оло инәй ролен башҡарыусы Элина Усманова һандыҡтан берәм-берәм әйберҙәр алып, уларҙың тарихын һөйләне, мөнәжәттәр әйтте.

Ҡыҙҙарыбыҙ Азалия Ниғмәтуллина, Камила Ишмөхәмәтова, Карина Дауытова был байрамдың биҙәге булһа, малайҙар А. Сөләймәнов, З. Собханғолов, А. Килмәтов ысын йөрәктән шиғыр һөйләнеләр, милли уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар.

Артабан кисәлә мөнәжәттәр әйтелде. 9-сы синыф уҡыусыһы Альвина Рәжәпова был турала ентекле сығыш яһап, мөнәжәттәр әйтте.

Өлкән инәйҙәр Рәйсә Сөләймәнова, Миңнинур Сәйфетдинова апайҙар тәрбиәүи, бала, ата-әсә мөнәсәбәттәре тураһында яттан оҙон мөнәжәттәр һөйләп тамашасыларҙың һөйөүен яуланылар.

Артабан сәхнәгә боронғо оҙон көй башҡарыусылар күтәрелде. Йырсыларыбыҙ Әлфиә Хәйбуллина «Уйыл», «Йома», Мәрйәм Яҡупова «Оло юлдың туҙаны», «Ғәлиәбаныу», Әлфинә Кәримова «Оҙата барма» йырҙарын башҡарып залдағыларҙы сихри моңға күмде, ауылдаштарыбыҙ уларҙы ҙур алҡыштар менән оҙатып ҡалды. Тамашабыҙҙы музыкаль яҡтан Йәмил Заһрый улы Рафиҡов биҙәне.

Минеңсә, боронғо матди һәм рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеү, таратыу, һаҡлау өҫтөндә ошолай эшләү, йәш быуынға еткереү - ололарҙың төп бурысы.
Читайте нас: