Все новости
Хаттар
7 Июня 2019, 12:27

Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр

Күп кенә ата-әсәләрҙең фекере буйынса: «Уҡыу йылын 25 майҙа тамамлау отошлораҡ, балаларҙың ай аҙағына тиклем мәктәпкә йөрөгөһө килмәй». Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыларына был ҡағылмай.

Күп кенә ата-әсәләрҙең фекере буйынса: «Уҡыу йылын 25 майҙа тамамлау отошлораҡ, балаларҙың ай аҙағына тиклем мәктәпкә йөрөгөһө килмәй».

Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыларына был ҡағылмай. Уҡыу йылының һуңғы аҙнаһы мәктәп уҡыусылары өсөн айырыуса күңелле, сөнки улар был көндәрҙе экскурсияларҙа, походтарҙа, файҙалы эштәрҙә үткәрә, бер-береһенә тағы ла иғтибарлыраҡ була, коллективта йәшәү мәғәнәһе, берҙәмлек тойғоһо арта. 31 майҙа мәктәбебеҙҙең ике автобусы ҡапма-ҡаршы йүнәлештәрҙә балалар менән сәйәхәткә юл тотто. Водитель Илвир ағайҙары 2-селәрҙе уҡытыусылары Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина менән батырҙар төйәге Кинйәгә экскурсияға алып китһә, Илдар ағайҙары менән 4-се класс уҡыусыларын мин Шәбағыш ауылына А.С. Пушкин музейына алып барҙым. Юлда күңелле йырҙар йырлап, йомаҡтар ҡойошоп, яҙыусы тураһында белгәндәребеҙҙе ҡабатлап бара торғас, килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Мәктәп ихатаһында беҙҙе бөйөк рус классигы А.С. Пушкиндың мөһабәт һәйкәле ҡаршы алды. Ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп ишеген асабыҙ. Унда Шәбағыш мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары бал ҡорттары күсендәй гөжләшеп, уҡыу йылына йомғаҡ яһай. Музейҙа ҡыҙыҡлы, бай мәғлүмәтле әңгәмәһе менән Рафиҡ Әминов көтә ине. Ул бик фәһемле экскурсия ойошторҙо, әңгәмәһе викторина һорауҙары, конкурстар менән үрелеп барҙы. Аделина Арманшина А.С. Пушкиндың шиғырын яттан һөйләп грамота алыуға өлгәште. Ихлас теләктәребеҙҙе еткереп, оло рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, артабан сәйәхәтебеҙҙе дауам иттек. Молокан ауылына яҡын урынлашҡан, халыҡта «Айыу», «Әтәс» тип дан алған шишмәләргә юл тоттоҡ. Әсәйҙәр ебәргән тәмлекәстәр менән тамаҡ ялғап алғас, күңелле уйындар башланды. Бергәләп футбол уйнаныҡ, «шәп йүгереүсе»не билдәләнек, халҡыбыҙҙың «Аҡ ҡалас», «Күҙ бәйләш», «Һәпәләк» уйындарын уйнап ваҡыт үткәнен һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Ә шулай ҙа экскурсиябыҙҙың иң матур мәле тәбиғәтте күҙәтеү, һоҡланыу, ҡоштар тауышын тыңлау булғандыр. Беҙҙең менән бергә булған Зөлфиә Бикмаева апайҙарына, мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһароваға, водителебеҙгә балалар ихлас рәхмәттәрен еткерә. Был экскурсиянан хәтирәләр күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас: