Все новости
Хаттар
14 Августа 2019, 11:40

Һандуғастар һайраны

Бөтә мәктәп буйынса йыл һайын уҙғарылған башҡорт йыры башҡарыусылар бәйгеһе «Мәктәбем һандуғасы» беҙҙең Аллабирҙе ауылында йыр байрамына әйләнә.

Бөтә мәктәп буйынса йыл һайын уҙғарылған башҡорт йыры башҡарыусылар бәйгеһе «Мәктәбем һандуғасы» беҙҙең Аллабирҙе ауылында йыр байрамына әйләнә.

Йыр, матур күлдәктәр һайлай «һандуғастар». Ҡайһы ата-әсә күҙ нурҙары - балаларының сәхнәлә әртистәрҙән кәм булмай йыр менән сығыш яһауын теләмәй һуң? Өләсәй-ҡәрсәйҙәр ҙә бәйге көнөн ҙур тулҡынланыу менән көтә. Лилиә Йәмил ҡыҙы Төркмәнова ике ейәнсәре менән көн һайын йыр йырланы, Алһыу сығарылыш кисәһендә ун беренсе һәм туғыҙынсы класты тамамлаусылар алдында ла сығыш яһаны, уның өсөн ҡәрсәй кеше бик борсолманы, бына бәләкәйе, Милена өсөн бер аҙ хәүефләнде. Ни тиһәң дә, ҙур сәхнәгә, бөтә ауыл халҡы алдына сыға, ҡаушамаҫмы?

Бына, ниһайәт, бәйге! Сәхнәгә Вилдан менән Венера, Алһыу менән Байсар сығып баҫа... 2018 йыл һандуғасы, урта мәктәпте тамамлаусы Эльнара Хисамова тамашасыларға «Халҡыма» йырын бүләк итә. Жюри менән таныштырғандан һуң йыр бәйгеһе башлана. Иң алдан мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә юл бирелә. Алһыу Төркмәнова, иң кескәй конкурсант өс йәшлек Камилла Ҡуҙбаева, Роксана Хисамова, Милена Төркмәноваларҙы халыҡ ҡул сабып ҡаршы ала. Ун алты йырсы Аллабирҙе мәктәбенең күсмә таҫмаһын - Гран При алыу өсөн бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелә. Жюри - ауыл мәҙәниәт йорто директоры Вәсилә Мазһар ҡыҙы Мөхәмәтшина, Фәһимә Абдулла ҡыҙы Әбдрәшитова һәм мәктәп уҡытыусыһы Луиза Марс ҡыҙы Һөйөндөкова һәр йырсыны иғтибар менән тыңлай, дөрөҫ, ғәҙел баһа бирергә тырыша. Жюри кәңәшләшкән мәлдә мәктәп етәксеһенең тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Рәмил Хәлим улы Хисамов мәрхүм әсәһенә бағышлап йыр башҡарҙы.

Иң тулҡынландырғыс мәл - еңеүселәрҙе иғлан итеү башлана. Кескәйҙәр араһында күсмә таҫма «Мәктәбем һандуғасы» өсөнсө синыф уҡыусыһы Аида Төркмәноваға тапшырыла, ҙурҙар араһында еңеүсе һандуғас - Илзида Казбекова. Иң кескәй дүрт һандуғас «Батырлыҡ» тип яҙылған таҫма һәм ҡурсаҡтар менән бүләкләнде. Бар һандуғастарға ла төрлө номинация буйынса диплом һәм бүләктәр тапшырылды.

Әүҙем спонсор, Чапаев исемендәге шәхси хужалыҡ етәксеһе Виктор Николаевич Быстроноскийға рәхмәтлебеҙ. Йомарт, киң күңелле, аңлы етәкселәр күберәк булһын ине... Бүләктәр һандуғастарға бик оҡшаны. Ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов ағай: «Һеҙ бит телгә йыр аша килгәнһегеҙ», - тигәйне. Эйе, ниндәй аҡыллы, дөрөҫ һүҙҙәр - бәйгелә ҡатнашырлыҡ моңло балалар йырҙың һүҙҙәрен белмәү арҡаһында сәхнәгә сығып баҫа алманылар. Әсәйҙәр өйҙә улар менән нығыраҡ шөғөлләнһә, улар ҙа ҡыуанырҙар ине...

Мәктәп уҡытыусылары - Луиза Марс ҡыҙы Һөйөндөкова, Әлиә Филүз ҡыҙы Төркмәнова, Рәмил Хәлим улы Хисамов «Йәйғор» лагерының икенсе сменаһында ял итеүсе балаларҙы йыр бәйгеһенә лә әҙерләне.


Читайте нас: