Все новости
Хаттар
1 Ноября 2019, 10:50

Дәртләнеп ҡайттыҡ

Беҙ, М. Исҡужин исемендәге прогимназия уҡыусылары, уҡыу йылының тәүге сиреген йомғаҡлап, каникул башланыр алдынан өс автобусҡа тейәлеп, Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылына Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы, Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Хоҙайбирҙин — Шәһит Әхмәт улының тыуған ауылы. Ул элек Бесәнсе ауылы тип аталған икән.
Бындағы музей бай тарихлы, бик күп иҫтәлекле ҡомартҡылар менән йыһазландырылған. Экскурсовод Вәсилә Зәки ҡыҙы Әмирова беҙгә бик аңлайышлы итеп Ш.Хоҙайбирҙиндың тормош юлы, башҡорт халҡының яҡты киләсәге, ирке өсөн көрәше тураһында һөйләне. Үҙенең бары тик 28 йыл ғына ғүмере эсендә Башҡортостан тарихында ҙур эҙ ҡалдырырға өлгөргән шәхес икәнен белдек. Уның ҡыҙы, танылған балерина һәм педагог Тамара Хоҙайбирҙина тураһында ла бик күп мәғлүмәт алдыҡ. Музейҙағы тарихи ҡомартҡылар, билдәле шәхестең шәхси әйберҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һаман да эшләп торған патефондан халыҡ йырҙарын ихлас тыңланыҡ, Бөйөк Ватан һуғышына арналған экспонаттарҙы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттек. Музейҙан бик илһамланып, халҡыбыҙ батырҙары менән ғорурланып, артабан да тырышып уҡырға дәрт алып, күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ.
Әйткәндәй, үткән уҡыу йылы осоронда «Арғымаҡ» программаһы буйынса «Иң тәртипле класс» булараҡ еңеүселәргә генә музейға барыу бәхете татыны. Музейҙа эшләүселәр ҙә беҙҙең ысынлап та тәртипле булыуыбыҙҙы, иғтибар менән тыңлап, һорауҙарға яуап биреүебеҙҙе билдәләп үтте. Шундай фәһемле сәйәхәт бүләк иткәндәре өсөн директорыбыҙ Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәноваға, класс етәкселәребеҙ Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлинаға, Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаеваға һәм ата-әсәйҙәребеҙгә оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Фәриҙә ҒӘҘЕЛӘЕВА, Динә ҒИЛМЕТДИНОВА,
М. Исҡужин исемендәге прогимназия уҡыусылары
Читайте нас: