Все новости
Хаттар
1 Ноября 2019, 10:40

Тормош-һынау

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, исеме бик күптәргә билдәле журналист һәм яҙыусы Эльфрида Талипованың яңы китабы “Тормош-һынау “тип атала. Күпселек кеше түҙемһеҙләнеп көтөп алған китап яңыраҡ ҡына донъя күрҙе (Күмертау-2019). Минең уйымса, автор китабына бик уңышлы исем һайлаған. Китаптың исеме есеменә тап килеп тора. Ысынлап та, әҙәм балаһы үҙенең йәшәү дәүерендә төрлө һынауҙарға дусар була. Рухы көслө булған әҙәмдәр тормош юлында осраған һынауҙарҙы, ни тиклем генә ауыр булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыбер ҙә еңеп сыға. Яҙмыш һынауҙарына көсһөҙ йәндәр генә бирешә, йәшәүҙән йәм тапмай, донъяһына ҡул ғына һелтәп ҡуя.

Китап авторы үҙе лә көслө рухлы зат. Тормош юлында йәш кенә сағынан уҡ әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтар осраһа ла, рух көсөнә таянып, шул ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Эльфрида Даян ҡыҙы был ҡалын ғына китабында яҡташтарының, яҡын туғандарының, хәрби офицер булып хеҙмәт иткән, фажиғәле вафат булған бер туған мырҙаһы Раян Даян улы Сәғитовтың, тормош юлында осраған бик күп кешеләрҙең тормош юлын бәйән иткән кеүек үк, үҙенең тормош юлын да бәйән итә. Хәҙерге заманда еңел генә йәшәргә өйрәнгән ҡайһы бер йәштәр өсөн авторҙың биографияһы, китапта бирелгән биографик яҙмалары ла үҙе бер тормош һабағы булырлыҡ.

Эльфрида Талипова (ҡыҙ фамилияһы-Сәғитова, данлыҡлы агроном Даян Сәғитовтың ҡыҙы) 1949 йылдың 18 авгусында Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында тыуа. Мәктәптән һуң Салауат медицина училищеһында фельдшер-акушер һөнәре ала. Утыҙ йылға яҡын медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Был эш дәүере күп һанлы Почет грамоталары, фотоһы оҙаҡ йылдар Почет таҡтаһына ҡуйылыу менән баһаланған, Хеҙмәт ветераны.

1997 йылдан “Көйөргәҙе” район гәзитендә тәржемәсе, 2005 йылдан “Юшатыр” ҡала-район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Йәштән әҙәбиәтте һөйөүе, үҙе лә ҡәләм тибрәтеүе уға был вазифаларҙы лайыҡлы атҡарырға мөмкинлек биргәндер. 2008 йылда “Ер биҙәге” исемле китап сығарҙы. Унда районда йәшәгән дүрт нәҫелдең шәжәрәһе һәм матбуғатта баҫылған очерктары тупланған. Был хеҙмәте 2009 йылда республика Шәжәрә конкурсында ҡатнашҡан 182 ғилми эш араһында “Шәжәрә төҙөүҙә оригиналь ижади алымы өсөн“ II дәрәжәле пипломға лайыҡ булды.

Әле яңы сыҡҡан китабы тәүге китабының дауамы булараҡ та ҡабул ителә. Был китап та, тәүгеһе һымаҡ уҡ, ҡалын ғына, фотоһүрәттәре лә бар. Бүлектәрҙең исемдәре үк нимә тураһында һүҙ барасағын ишаралай кеүек: ”Яҙмыш сәхифәләре”, ”Акушер яҙмалары”, ”Туҡаевтар нәҫеле”, ”Башҡорт Ломоносовы”, ”Атайымдан ҡалған ҡомартҡы”, ”Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ”.

Совет осоронда йәшәгән кешеләрҙең күбеһенә эш һөйөүсәнлек, әйткән һүҙенә тоғролоҡ, патриотизм, Тыуған илгә, тыуған ергә эскерһеҙ һөйөү кеүек иң яҡшы сифаттар хас ине. Эльфрида Талипова ла, үҙенең йәшлеге Совет власында үткән кеше булараҡ, күбеһенсә үткән быуатта, социализм осоронда йәшәгән кешеләрҙең яҙмышын һүрәтләй, уларға ихлас күңелдән һоҡланыуын белдерә.

Авторҙың тәүге китабы сыҡҡас та, мин авторға арнап “Ер биҙәге китабы авторы Эльфрида Талиповаға бағышлау һүҙем” исемле шиғыр яҙғайным. Был юлдар бөгөн дә актуаль булып ҡала. Эльфрида Даян ҡыҙына ғаиләһендә именлек, ижадында уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер теләп ҡалам. Яҙмамды шиғыр юлдары менән тамамлайым:

Һин-халҡыңдың тырыш ,уңған ҡыҙы,

Иңдәреңдә-халыҡ, ил яҙмышы.

Китабыңда һинең-тарих сыңы,

Үткәндәрҙең моңо һәм һағышы.

Ырыуыңдың затлы вәкилдәрен

Яҡты йондоҙ итеп күтәреүсе.

Үткәндәрҙе барлап, халҡың рухын

Йәш быуынға төҫләп еткереүсе.

Айбарлы һәм зирәк Ил инәһе,

Ырыуыңдың ҡотон һаҡлаусы һин.

Туғандарың, атай, әсәйеңдең

Яҡты өмөттәрен аҡлаусы һин.

Нәҫелеңдең аҫыл ярсығы һин,

Киләсәккә күпер һалыусыһың.

Был китабың менән Мәңгелектә

Яҡты маяҡ булып яныусыһың.

Ил тарихын һаҡлар был китабың

Дәүерҙәрҙән күсер дәүерҙәргә.

Өйрәнерҙәр килер быуындар ҙа

Зат-ырыуын Һиндәй ҡәҙерләргә.

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА,

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,

Б.Бикбай премияһы лауреаты

Яңы Мораптал ауылы.
Читайте нас: