Все новости
Хаттар
15 Ноября 2019, 11:42

Күрше хаҡы

Элек, бөтә кешеләр ҙә ярлы, хәйерсе булып йәшәгәндәрендә, күршеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә инеләр. Ул ваҡытта кешеләрҙә аҡса юҡ, колхозда таяҡҡа эшләй инеләр. Ауылда иң кәрәкле нәмә: тоҙ, он, шырпы, кәрәсин. Магазинда булһа ла аҡса юҡ. Өйҙә шырпы юҡ икән, һоҫҡо алаһың да күршенән янған күмер алырға керәһең, бер семтем тоҙға ла керәһең, бер услыҡ онға ла, һуҡыр шәмгә лә, кәрәсин юҡ ине, уны ла күршең менән уртаҡлашаһың, хатта бер сеүәтә ҡатыҡты ла бүлешеп эскән саҡ булды. Картуф сәсер ваҡыты еткәс, ул саҡта ат һабаны менән һөрөп сәсә инек, бер һабанға дүрт ат йәки ике үгеҙ егелә ине, кәмендә алты кеше кәрәк була торғайны. Унан китә һыйыр тиҙәгенән тиҙәк һуғыу, иң ауыр, күп кеше талап ителә торған эш. Унан китә бесән, бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла, сабыуҙан башлап кәбәнгә һалғансы. Унан, ҡар яуғас, ат санаһы менән ташыйһың, үгеҙ йә ат менән, кәмендә 4-5 кеше кәрәк.
Ашлыҡ һуға башлағас, башлыса арыштан башлайҙар, уның һаламын ташып, өй йәки һарай башын ябыр кәрәк, сөнки бесән етмәһә, өй, һарай башын ҡутарып малға ашатаһың. Бында ла кеше күп кәрәк, иртә таңдан яба башлайһың, эшкә хәтлем өлгөрөр кәрәк. Унан китә тал ҡырҡыу, уны ла ат йәки үгеҙ менән ташыйһың. Аҙаҡ китә картуф ҡаҙыу мәле. Халыҡтың үҙәгенә үткәне - сөгөлдөр булғандыр. Утауы әллә ни түгел, таҙартыуы, тейәп ебәреүе – үҙе бер мәшәҡәтле эш, бөтә эш тә ҡул менән башҡарыла.
Хәҙер иһә күп нәмәләр кәрәкмәй, мәҫәлән кәрәсин, уны электричество алмаштырҙы. Утын күп кәрәкмәй, газ яғабыҙ, бесәнде тракторҙар эшләй, сөгөлдөр үҫтермәйбеҙ. Хатта картуфты ла ҡайһы бер кешеләр сәсмәй, магазиндан һатып ала. Икмәктең дә әҙерен һатып алабыҙ. Үрҙә яҙылған эштәрҙе эшләйем тиһәң кеше таба алмайһың. Хәҙер кеше үҙенең тормошо менән генә йәшәй. Күрше хәлен күрше белмәй. Ә бит аҡса ғына хәл итә алмай торған осраҡтар ҙа етерлек. Ауылһыҙ, кешеләрһеҙ, йәшәй алмаясаҡбыҙ. Булған ауылдарҙы бөтөрөүе еңел, уны киренән тергеҙеүе ауыр, йәки бөтөнләй тергеҙеп булмай. Ауылдарҙы һәм уның халҡын һаҡлап ҡалыу буйынса хөкүмәт берәй ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: