Тыуған ауылым Илкәнәйгә йыш ҡына ҡайтып йөрөйөм. Һағынып ҡайтырлыҡ, ҡыуанып китерлек сәбәптәре күп. Шуларҙың береһе - ауылдың алсаҡ халҡы, икенсеһе Ғиләжетдин имам-хәҙрәт олатайым исемендә төҙөлөп ятҡан мәсет, өсөнсөһө – өләсәйем һәм әсәйем ерләнгән,Әүлиә ҡәбере булған зыярат.
Ситтә йәшәһәм дә, ауылым тормошона, уның көнкүрешенә бер ҙә битараф түгелмен: сентябрь айында үткән һайлау һөҙөмтәләренән дә бик ҡәнәғәт ҡалдым. Мин үҫкәндә уңғанлығы, бөхтәлеге, бөтмөрлөгө менән дан алған “еҙ тырнаҡ” ҡушаматлы Хөмәйрә һәм тирә-яҡҡа билдәле мейес сығарыу оҫтаһы Фатима инәйҙәрҙең уртаҡ ейәне Рөстәм Вахитов ҡустының ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланыуын ишетеп бер ҡыуанһам, уға тиклем эшләгән Тимур Иҙрисовтың районға үрләтелеүен ишетеп ике ҡыуандым.
Үҙем өләсәй тәрбиәһендә үҫкәс, ололар тәрбиәһе алған балаларҙың бер ваҡытта ла ҡыйынлыҡтарға бирешмәүен, үҙ аҡылдары, үҙ көстәре менән йәшәүенә ышанам, шуға күрә Рөстәм ҡустыға эшендә тик уңыштар ғына теләйем.
Әйткәндәй, бөтә хәл-ваҡиғаның да асылы сағыштырғанда аныҡ күренә.
Быйыл Ураҙа ғәйетендә Учалы районында ҡорбан ашында булырға тура килде. Мин ул районға бик теләп йөрөйөм, курсташтарым да, фекерҙәштәрем дә бар. Ваҡытында Ғиләжетдин олатай менән бер тәриҡәттә торған дуҫы Зәйнулла ишандың рухы, миңә ҡалһа, әле лә үҙ көсөн юғалтмай, сәфәрҙәрҙе ыңғай итеп кенә тора.
Урындағы эшҡыуар Фәнис Йәғәфәровтың үҙ көсө менән төҙөткән мәсеткә байтаҡ халыҡ йыйылды. Ҡорбанды ауылдың старостаһы Зәйнулла һәм уның хәләл ефете Нәжиә салдырҙы. “Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” – ти халыҡ мәҡәле. Нәжиәнең, һәм уның бикәсе Зөһрәнең шул тиклем халыҡты үҙҙәре генә һыйлауына хайран ҡалып, түҙмәйенсә: “Һеҙҙә хакимиәт, йә булмаһа, ҡатын-ҡыҙҙар советы юҡмы әллә, әллә улар мәсеткә йөрөмәйме?” – тип һорарға мәжбүр булдым.
Илкәнәйҙә нисә тапҡыр ҡорбан салдырһам да, ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы ярҙамынан мәхрүм түгелмен.
Ауыл ҡатын- ҡыҙҙары уңайлы шарттар булмаған ерҙә лә ашын бешереп, тәмле бәлеш-ҡоймаҡтарын ҡуйып, мине яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алалар. Гүзәл һылыуымдан: “Һеҙ миңә генә шулай йүгереп ярҙам итәһегеҙме ул?” – тип һорағас, “Юҡсы, апай, беҙ бөтә сараларҙы ла бергәләшеп үткәрәбеҙ,” – тип яуан ҡайтарҙы.
Уйлап-уйлап йөрөнөм дә уйымдың төбөнә төштөм; ул ҡыҙҙарҙың булмышы, уңғанлыҡтары, кеше йәнле булыуҙары, ата-әсәләренән һәм олатай-өләсәйҙәренән килә.
Бына Зөлфиә Араптанованан ғына башлайыҡ. Ул ауыл советында эштәр буйынса идарасы, ауылда уҙғарылған барлыҡ эштәрҙең уртаһында ҡайнаған, уңған етәксе. Ҡулынан килмәгән эше юҡ! Йомартлығын Винера өләсәһенә оҡшатам. Беҙ үҫкәндә Винера апай Үзбәкстандан бүләктәр алып ҡайтып, ярты ауылды кейемле итеп китә торған ине. Урыны йәннәттә булһын.
Бына, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә ейән-ейәнсәргә өләсәй булып та йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Мөхәмәтшина. Заманында алыштырғыһыҙ бригадир, ауылдың бала-сағаһын, ҡарт-ҡороһон йөк машинаһына тейәп, ҡар тимәй стансаға ташып, ҡаршы алған изге йөрәкле кеше ине уның атаһы.
Сәғәтләп түгел, тәүлекләп эшләгән шәфҡәт туташы Ғәлиә Вахитова ауыл халҡының иғтибарлы маҡтауына лайыҡ. Ә инде етәксе ҡатыны булыу үҙе бер ҙур яуаплылыҡ, мин уға сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләйем. Үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙары ғына түгел, килен булып ереккән, егеттәребеҙгә тоғро ҡатын, үҙ эштәрендә хөрмәт ҡаҙанған, ауылдың төп фамилияларын ишәйтеп йәшәгән Нурзия һәм Гөлгөнә Әхтәмоваларҙы, Гөлнара Сафарованы һәм Әлфиә Аҙнабаеваны нисек “Үҙебеҙҙекеләр – Илкәнәйҙәр”, - тип әйтмәйһең инде.
Ғүмер буйы балалар уҡытҡан, белем менән дә, холоҡ-фиғеле менән дә Илкәнәй халҡына үрнәк булып, хөрмәт ҡаҙанып йәшәгән Сәрүәр апайҙың ейәнсәре Светлана Әхтәмова, ваҡытында ауылдың төҙөклөгө өсөн бик күп көс һалған, ауылда белем усағын һаҡлап ҡына түгел, үҫтереп ебәргән Рим Рәхмәтуллин абзыйҙың ҡыҙы Рина Әхтәмоваға, Мирасғәле абзыйҙың ҡыҙы Фәрзәнә Мөхәмәтшинаға үҙем менән бергә интернат һурпаһы эсеп, Муса мәктәбенә йәйәү йөрөп, уҡыған Рәйфә Буранғоловаға рәхмәттәрем сикһеҙ.
Ҡыҙҙар, матурҙарым, уңғандарым! Мин бөтәгеҙҙең дә тейерлек өләсәйҙәрен, әсәйҙәрен бик яҡшы беләм, хатта һеҙҙе уларға оҡшатып таныйым да, әммә балаларығыҙҙы белеп бөтмәйем. Иманым камил, бындай аҫыл әсәйҙәр изгелекле, иманлы балалар үҫтерәләрҙер, үҙ халҡын һаны менән генә түгел, ә мәғәнәле, тәрбиәле, рухлы йәш быуын менән арттыраларҙыр.
Ситтә уҡып йөрөгән студент балаларығыҙҙы Хоҙай тәғәлә яман һүҙҙәрҙән һаҡлаһын, хаҡ юлда иҫән-имен йөрөтһөн, үҙҙәре теләгән һөнәрҙе алып, ҡыуанып йәшәргә, бәрәкәтле эшләргә, һеҙҙе һөйөндөрөргә яҙһын. Өйҙәге балаларығыҙ һау-сәләмәт булып, һеҙ эштә, йә сәфәрҙә саҡта йорт-ҡурағыҙға күҙ-ҡолаҡ, һеҙгә терәк булып йәшәһендәр. Ә һеҙҙең хәләл ефетегеҙ һәр яҡлап булған, ҡулынан да, теленән дә килгән, баҫҡан ерендә гөлдәр үҫтергән ҡатындарын ҡәҙерләп, яҡлап һәм һаҡлап йәшәһендәр ине.
Нисә ҡайтһам да, һеҙгә һоҡланып, оло рәхмәтле булып китәм, ғүмерегеҙҙе теләп, үҙем белгән доғаларҙы уҡыйым.
Һеҙҙе әсәйҙәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым, киләсәгегеҙ яҡты һәм уңышлы булһын.