Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Ваһиба Ғәбдраҙаҡ ҡыҙы менән Тельман Бәҙғетдин улы Аҡкүбәковтар 50 йыллыҡ ғаилә байрамдарын ҡаршыланылар. Пар ҡанатлы, барлы, парлы ғүмер кисереүселәр, йәшлек вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, 50 тапҡыр ҡыштарҙа, яҙҙарҙа, йәйҙәрҙә, көҙҙәрҙә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып ғүмер юлын үттеләр. Мөхәббәт емештәре булған ике ир балаға ғүмер бүләк иттеләр. Улар ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, эшләһәләр ҙә хөкүмәтебеҙгә тоғро хеҙмәт иттеләр. Юғары белемле Тельман Бәҙғетдин улын ҡайҙа ла киң күңел менән ҡаршы алдылар. Хеҙмәт юлын Бәләбәй ҡалаһында башлап, Татарстандың Яр-Саллы ҡалаһында оҙаҡ йылдар эшләп төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән хаҡлы ялға сыға ул. Тормош иптәше Ваһиба Ғәбдраҙаҡ ҡыҙы дауаханала эштәр менән идара итеүсе белгес булып оҙаҡ йылдар маҡтауға лайыҡ булып хеҙмәт итте.
Тормоштоң ауырлыҡтарын да, еңеллектәрен дә бергә кисереп, пар күгәрсендәй гөрләшеп, күптәргә үрнәк, дуҫтарға, туғандарға дан булып йәшәйҙәр улар. Бөгөнгө көндә лә Аҡкүбәковтар йәй булһа баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, бал ҡорто аҫрап, бал олатай һәм еләк өләсәй булып, барлы-муллы өҫтәлдәр менән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡаршы алып, һыйлы күстәнәс, ҡош-ҡорт ите тулы сумкалар менән оҙатып ҡалыусы ла улар.
“Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ мәҡәле. Был бәхетле пар ҙа балаларына яҡшы тәрбиә биреп, сәскә орлоҡтарының емештәренә шатланып, бөгөнгө көнгә шөкөр итеп, киләсәккә өмөт менән иңгә-иң терәшеп бәхетле ғүмер кисерә.
Был көндө республикабыҙҙың Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты менән иҫтәлекле бүләген ауылыбыҙ советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиев, ә ауыл хакимиәте менән ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән бүләкте Эльвира Кинйәғолова тапшырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә буш килмәгән. Улар юбилярҙарға бағышлап:
Ғүмер үтә бирһен, ә беҙ һеҙҙең менән
Китмәйек әле йәшлек иленән, - тип йыр бүләк иттеләр. Был саҡта сәстәренә сал кереп, йөҙҙәренә аҙ ғына йыйырсыҡтар һибелгән юбилярҙарҙың күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре ине.
- Көҙгөгә ҡарамаһаң күңел һаман 18 йәштә әле, - тип шаярта Ваһиба Ғәбдраҙаҡ ҡыҙы.
Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улына, урындағы хакимиәтебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп оҙатып ҡалды парлы ғүмер – нурлы ғүмер кисереүсе Аҡкүбәковтар ғаиләһе. Пар ҡанаттар бергә ҡағынғанда ғына юғары бейеклектәргә күтәрелеп була, - тигән һүҙҙәр тап ошо ғаиләгә ҡағыла ла инде.