2019 йылдың тарих биттәрендә генә ҡалыуына ла һанаулы көндәр ҡалып бара. Быйылғы йылыбыҙ төрлө юбилейҙарға бик бай булды. Иң мөһиме һәм әһәмиәтлеһе Республикабыҙға 100 йыл тулды. Уның башланғысында бик күп тарихи шәхестәребеҙ тора. Шундай шәхестәрҙең береһе – Ғәзиз Мөхәмәтсәлих улы Әлмөхәмәтов. Күптәребеҙ уны йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре, тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип кенә беләбеҙ.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов Республикабыҙ өсөн ҡулына ҡорал алып көрәшкән батыр ҙа. Ул 1917 йылда милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла, “Тулҡын” башҡорт йәштәре ойошмаһының ағзаһы булып тора. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеге ҡарамағындағы контрразведка составында хеҙмәт итә, Башҡортостан мөхтәриәтенең Ҡыпсаҡ кантонында Ҡыпсаҡ ирекле отрядын ойоштора, һәм 1918 йылдың 1 авгусында уның командиры итеп тәғәйенләнә.
Бөгөн халҡыбыҙҙың рухи байлығы булып торған шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеү - беҙҙең бурысыбыҙ. Һәм беҙ, Илкәнәй урта дөйөм белем биреү мәкәтәбенең бер төркөм уҡыусылары, тарихи шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм өйрәнеү маҡсатында Яңы Мораптал ауылындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейына юл тоттоҡ. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, шул иҫәптән, Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге, райондан сыҡҡан билдәле кешеләр Б. Бикбай, М.Ғ. Ҡужаҡов һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында документаль материалдар һәм фотолар; 19 б. — 20 б. башы башҡорт ғаиләһенең йәшәү рәүешен сағылдырған кейемдәр, көнкүреш кәрәк ярағы, хеҙмәт ҡоралдары һаҡлана. 3 залда урынлашҡан экспозиция этнография, мемориаль һәм ауыл тарихы бүлектәренән тора.
Әлбиттә, иң һоҡландырғаны – Ғ. Әлмөхәмәтовтың тормош юлына арналған экспозиция. Бындағы фотолар, документтар уның ниндәй иҫ киткес Кеше булыуын иҫбатлай. Музей хеҙмәткәре Альфира Салауат ҡыҙы Ниғмәтуллинаның, композиторҙың “Сайҡалалар кәмәләр” йыры фонында, һөйләүенән берсә ғорурландыҡ, берсә тетрәндек. Афишалар, һүрәттәр беҙҙе тәүге опера яңғыран сәхнәгә, йә таланттарҙы эҙләгән ауылдарға алып китте. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың иң ҙур хыялы — опера театры асыу була. Әммә театр асылыр алдынан ғына Ғәзиз Әлмөхәмәтовты, халыҡ йырсыһын, "халыҡ дошманы" тип ҡулға алалар. 1938 йылда аталар. Бар ғүмерен башҡорт мәҙәниәтен, йыр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған шәхестең “халыҡ дошманы” булыуы мөмкинме ни?
Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорт халҡының, һис шикһеҙ, талантлы улы. Бөгөнгө көнгә тиклем яратылып башҡарылған "Сайҡалалар кәмәләр" йыры, опералары буйынса ғына ла уның ни тиклем сағыу композитор булғанлығын күҙалларға мөмкин.
Уның исеме үҙе үк моңло йыр, яҡты йондоҙ булып, туған халҡының күңел түрендә йәшәй. Оло шәхестең исемен ҡала, ауылдарҙың урамдары йөрөтә, башҡалала уның исемендәге гимназия бар. Был аҙ кеүек. Шәхесебеҙҙең исемен мәңгегә ҡалдырыр өсөн, уның тырышлығы менән төҙөлгән Башҡорт опера һәм балет театрына, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелергә тейештер тигән фекергә килеп ҡайттыҡ беҙ.
Илкәнәй мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы